«Изге Ҡөрьән, бишек йырын Тыңлап үҫһен һәр бала!..»

«Изге Ҡөрьән, бишек йырын Тыңлап үҫһен һәр бала!..»

«Изге Ҡөрьән, бишек йырын  Тыңлап үҫһен һәр бала!..»

Тормош юлы

 

Эй, дуҫҡайым, нисек аңламайһың?

Тормошта бит бары ике юл:

Береһе уның − татлы иблис юлы,

Береһе уның − әсе, тоғро юл.

 

Иблис юлы тора рәхәтлектән,

Саҡыра иблис юхалап хәрәмгә.

Нәфсе тигән нәмәң булһа бушаҡ,

Эйәрә(һе)ң уға, уйламай оҙаҡ.

 

Аллаһ юлы инде анһат түгел,

Һәр аҙымың һинең үлсәүле.

Яңылыш баҫып ҡуйыуыңдан ҡурҡһаң,

Һәр ғәмәлең һинең изгеле.

 

Аллаһ Ризалығы өсөн һәр бер эшең,

Намаҙға тип тора(һы)ң таң менән.

Оҙон көндәрҙә лә ураҙала

Бер йотом һыу эсмәй түҙә(һе)ң.

 

Был донъяла барыһы ла − һынау,

Баһа бирә уға тик Аллаһ.

Иблис менән булғандарға − Тамуҡ,

Хаҡ йәндәргә бирә Ул Ожмах!

 

 

***

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд –

Тик изгелек Илсеһе.

Сәңгелдәктән ҡәбергәсә

Ул белемгә өндәүсе.

 

Ғилем, тине, төпһөҙ даръя,

Сикһеҙ уның киңлеге,

Ғалимдар, ти, Нәбиулла –

Пәйғәмбәрҙәр нәҫеле.

 

Дуҫыңа бул иғтибарлы,

Хыянат итмә уға.

Үҙеңә ҡылғанда доға

Уға ла шуны һора.

 

Үҙеңдән башҡаларҙы һин

Барын әүлиә, тип бел.

Хөрмәт итһәң, үҙең дә һин

Хөрмәттә булырһың гел.

 

Был донъя ул ваҡытлыса

Ерҙә бирелгән һынау

Донъялағы тормошоңа

Гүрҙә алырҙар һорау.

 

Ҡурҡма, дуҫым, һин бәндәнән,

Ҡурҡ тик Бөйөк Аллаһтан!

Бәндә бит ул үҙе мәхлүк

Уны Аллаһ яратҡан.

 

Аллаһ ҡушҡандарҙы үтәп

Тыйғанынан тыйылһаң,

Аллаһуның яҡын дуҫы

Булырһың, ышан, туған!

 

 

 

 Йүнсел

 

Йүнен табып тора йүнсел

Тырышып алға бара.

Күрә алмай быны көнсөл,

Йүнселгә аяҡ сала.

 

Көнсөлдәрҙең башында тик

Мәкерле генә уйҙар:

Батырырға кемде, тиеп,

Йоҡламай төндә уйлар.

 

Кешегә соҡор ҡаҙғансы,

Бисмилләһ,тип әйтһәңсе,

Аллаһ, бәлки, тәүфиҡ бирер,

Ҡолағыңа һалһаңсы.

 

Көнсөллөк ул − яман ауырыу,

Зинһар, көнсөлләшмәйек.

Йүнселдәргә ҡыуанайыҡ,

Унан үрнәк алайыҡ.

 

***

Татлыларҙан татлы минең,

Әсәм теле – башҡорт телем.

Ғәзиздәрҙән-ғәзиз минең,

Башҡортостан – тыуған илем.

 

Оҙон көйлө йырҙарыңда –

Башҡортомдоң сал тарихы.

Тыуған ерем, ҡырҙарыңда

Яңғырай зарлы ҡурай моңо.

 

Пәйғәмбәрҙәр пәйғәмбәре Рәсүлүллаһ,

Әсә телен белһен тигән өммәтенә

Изге Ҡөрьән китабының һәр хәрефе

Бар бит беҙҙең туған телдә, сөбханаллаһ!

 

Туған телен белмәгән

Ул бит аңһыҙ һәм бахыр.

Ундайҙарға ҡалмаһын ғәзиз илем,

Уларҙың күңелдәре тома һуҡыр.

 

Эй, әсәйҙәр, һеҙгә әйтәм, ишетегеҙ,

Изге Ҡөрьән, бишек йырын

Тыңлап үҫһен һәр бала,

Мотлаҡ уңыш алырһығыҙ, ин шәә Аллаһ.

 

Гөлсинә әс-Сәлүи,

Әбйәлил районы

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...