Бирешмә!

Бирешмә!

Иңеңдәге йөгөң, елкә баҫып,

Күтәрмәҫлек булып тойолһа,

Барыр юлың, һикәлтәләр үтеп,

Ҡарурманға бер саҡ боролһа,

Ҡурҡма!

Тайғаныңда таянырға теләп,

Яҡыныңа ҡулың һуҙғанда,

Ул яҡының, ялҡыныңдан ҡурҡып,

Икеләнеп йөҙөн борғанда,

Тотма!

Офоҡтағы йәйғор, юйып төҫөн,

Әйләнгәндә һоро күпергә,

Ауыр уйҙар йомғаҡтарын бер саҡ

Кәрәк булһа яңғыҙ һүтергә,

Бирешмә!

Көсө етмәҫ, теҙен бөгөр, тиеп,

Көткәндәр бар, ситтән күҙәтеп.

Үҙ гонаһы ярҙан ашһа ашһын,

Ул маташа һине төҙәтеп.

Килешмә!

Үҙ һуҡмағың. Яҙмыш ҡушҡан икән –

Ғорур атла. Һаҡла йөҙөңдө.

Ҙур бәхеткә урау юлдар аша

Хоҙай йүнәлтә бит үҙеңде!

Ышан!

 

Рита Аҡбулатова, Өфө районы

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...