Ел-дауыл ҡупҡанда уҡыла торған доғалар

Ел-дауыл ҡупҡанда уҡыла торған доғалар

Ел-дауыл ҡупҡанда уҡыла торған доғалар

Аллаһ Рәсүле ﷺ, ер тетрәгәндә, көслө ташҡын ваҡытында һәм дауыл сыҡҡанда, киләһе доғаны уҡыған:

 

اللهم احفذني من بين يدي ومن خلفى ومن يميني وعن شمالي ومن فوقي واعوذ بعظمتك ان اغال من تحتي

 

Транслитерация:

«Аллаһүммәх-фиҙни мим бәйни йәдәййә үә мин хальфии үә мин йәминии үә ғән шимәлии үә миң фәүҡии үә әғүҙү биғаҙамәтикә ән әғтәәлә мин тәхтии».

 

Тәржемә:

«Аллаһым! Алдымдан, артымдан, уңдан, һулдан, күктән һәм ерҙән килә торған әфәттәрҙән мине һаҡла».

Ғәйшә аңлатыуынса, Пәйғәм-бәребеҙ ﷺ, ел сыҡҡанда, ошо доғаны уҡыған:

اللَّهُمَّ إِنِّي أَسْأَلُكَ خَيْرَهَا، وَخَيْرَ مَا فِيهَا، وَخَيْرَ مَا أُرْسِلَتْ بِهِ، وَأَعُوذُ بِكَ مِنْ شَرِّهَا، وَشَرِّ مَا فِيهَا، وَشَرِّ مَا أُرْسِلَتْ بِهِ

 

Транслитерация:

«Аллаһүммә иннии әсъәлүкә мин хайриһәә үә хайри мәә фииһәә үә хайри мәә үрсиләт биһии үә әғүҙү бикә миң шәрриһәә үә шәрри мәә фииһәә үә шәрри мәә үрсиләт биһ».

 

Тәржемә:

«Аллаһым! Был елдең яҡшы эҙемтәләргә килтереүен, был елдә булған һәр нәмәнең хәйерле булыуы һәм уның яҡшы маҡсат менән ебәрелгән булыуын һорайым. Был елдең насарлығынан, был елдә булған һәр нәмәнең зыянынан һәм уның ебәрелеү сәбәбенең насар булыуынан Һиңә һыйынам».

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...