Ауырыған ваҡытта уҡыла торған доға

Ауырыған ваҡытта уҡыла торған доға

Ауырыған ваҡытта уҡыла торған доға

Әнәс бин Мәликтең еткергән риүәйәте буйынса, Аллаһ Рәсүле ﷺ: «Берәй ерең ауыртҡанда, ҡулыңды шул ауыртҡан ергә ҡуй һәм ошо доғаны ете тапҡыр ҡабатла», – тигән:

 

 بسم الله أعوذ بعزة الله و قدرته من شر ما أجد و أحاذر

 

Транслитерация:

«Бисмилләәһи әғүүҙү биғиззәти-ләһи үә ҡудратиһи миң шәрри мәә әджидү үә ухааҙиру» тигән.

Тәржемә:

«Аллаһ исеме менән. Башыма төшкән был ауырыуҙың көсөнән Аллаһтың бөйөклөгөнә һәм ҡөҙрәтенә һыйынам».

 

Шулай уҡ тәһәрәтле килеш «Фәтиха» сүрәһен һәм «Тәүбә» сүрәһенең 14-15-се аяттарын уҡырға була.

بسم الله الرحمن الرحيم و يشف صدور قوم مؤمنين و يذهب غيظ قلوبهم

 

Транслитерация:

«Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Үә йәш-фиссудуура ҡаумим-мүьминиинә үә йүҙһиб ғайҙа ҡулүүбиһим».

 

Ләйсән Бәхтиева тәржемә итте

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...