Бала һорау өсөн доға

Бала һорау өсөн доға

 

 

Бала табырға ниәтләгән ғаиләләргә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ яҡынлыҡ ҡылыр алдынан киләһе доғаны уҡырға кәңәш иткән:

 

بسم الله اللهم جنبنا الشيطان وجنب الشيطان ما رزقتنا

 

«Бисмилләһи, Аллаһуммә джәнибнәә шәйтаана үә джәнниб мәә разаҡтәнәә»

«Аллаһ исеме менән башлайым. Йә Раббым, беҙҙе шайтандан һаҡла һәм беҙгә бирелгән нғмәттәрҙе лә шайтандан һаҡла»

Зәкәрийә пәйғәмбәр бала һорап, Аллаһу Тәғәләгә ошо доға менән мөрәжәғәт иткән:

 

رَبِّ لَا تَذَرْنِي فَرْدًا وَأَنْتَ خَيْرُ الْوَارِثِينَ

 

«Рабби ләә тәҙәрнии фәрдан үә әнтә хайруль-үәәриҫиин»

«Йә, Раббым! Мине бер үҙемде генә ҡалдырма. Һин – вариҫтарҙың иң яҡшыһы». Был доға Ҡөрьәндең «Әл-Әнбиә» сүрәһенән, 89-сы аят.

 

 

Ләйсән Бәхтиева әҙерләне

 

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...