Баҙарҙа уҡыла торған доға

Баҙарҙа уҡыла торған доға

Баҙарҙа уҡыла торған доға

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ баҙарҙы, шайтандарҙың яу яланы, тигән. Ысынлап та, баҙарҙа хәрәм ғәмәлдәр күп ҡылына: берәүҙәр алдаша, икенселәр алдана. Былар барыһы ла шайтан мәкере.

 

Шуға күрә, баҙарға барғанда ла һаҡ булырға, доға – мосолмандың ҡоралы, икәнлеген онотмаҫҡа кәрәк. Баҙарға ингәндә уҡыла торған доғаны көндәлек тормошҡа индереп ебәреү бик яҡшы буласаҡ.

Баҙарға йәки кибеткә, сауҙа үҙәгенә кергәс уҡыла торған доға:

 

لاَ إِلَهَ إِلاَّ اللهُ وَ حْدَهُ لاَ شَرِيكَ لَهُ، لَهُ الْمُلْكُ وَ لَهُ الْحَمْدُ، يُحْيِي وَ يُمِيتُ وَهُوَ حَيٌّ لاَ يَمُوتُ، بِيَدِهِ الْخَيْرُ وَهُوَ عَلىَ كُلِّ شَيْءٍ قَدِيرٌ

 

Уҡылышы: «Ләә иләһә илләллаһу үәхдәһү ләә шәрикә ләһ, ләһүл-мүлкү үә ләһүл хәмдү йүхйи үә йүмитү үә һүә хәййүн ләә йәмүтү, бийәдиһил-хайр, үә һүә ғәләә күлли шәйъин ҡадир».

Мәғәнәһе: «Аллаһтан башҡа илаһ юҡ, Уның тиңдәше юҡ. Бөтөн маҡтау Аллаһу Тәғәләгә генә хас. Аллаһ терелтә һәм үлтерә (ләкин Үҙе һәр ваҡыт тере, Ул һис ҡасан үлмәйәсәк). Барса хәйерле эштәр Аллаһу Тәғәләнән һәм Уның Көс-Ҡөҙрәте һәр нәмәгә етә!».

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


«Уҡыған һайын күңелдә еңеллек тойҙом...»

Красноусол ҡасабаһына юлланған һуңғы автобус китергә әҙ генә ваҡыт ҡалған. Автовокзалға ике туҡталыш ҡалғас, трамвай боҙолдо. Бына-бына автобус ҡуҙғалырға торғанда барып еттем етеүен, билетһыҙ ултыртмайбыҙ, тип, кондуктор алманы.   Күптән ниәтләгән сәфәр өҙөлөп ҡалыуына, бер аҙ күңел кителеп...