Ҡиәмәт көнө ғазабынан һаҡланыу өсөн уҡыла торған доға

Ҡиәмәт көнө ғазабынан һаҡланыу өсөн уҡыла торған доға

Ҡиәмәт көнө ғазабынан һаҡланыу өсөн уҡыла торған доға

Был доға Ҡөрьәндә бар:

وَلَا تُخْزِنِي يَوْمَ يُبْعَثُونَ

يَوْمَ لَا يَنفَعُ مَالٌ وَلَا بَنُونَ

إِلَّا مَنْ أَتَى اللَّهَ بِقَلْبٍ سَلِيمٍ

 

Мәғәнәһе: «Бәндәләреңдең ҡәберҙән ҡубарыласаҡ Көнөндә мине оятҡа ҡалдырма. Ул Көндө мал да, улдар ҙа файҙа килтермәҫ. Әммә ләкин Аллаһҡа саф күңел (кафырлыҡ һәм монафиҡлыҡ кеүек сифаттарҙан тулыһынса ҡотолғандар) менән инанғандар (ул Көндө) бәхетле булыр».

 («Шағирҙар» сүрәһе, 87-89-сы аяттар)

 

Ут ғазабынан һыйынып, ҡылына торған доға

 

رَبَّنَا اصْرِفْ عَنَّا عَذَابَ جَهَنَّمَ إِنَّ عَذَابَهَا كَانَ غَرَامًا

 

Транслитерация:

«Раббәнәсриф ғәннәә ғаҙәәбә джәһәннәм. Иннә ғаҙәәбәһәә кәәнә ғәраамәә».

 

Тәржемә:

«Йә, Раббыбыҙ! Беҙҙе йәһәннәм ғазабынан ҡотҡар. Уның ғазабы ҡот осҡос һәләкәттер». («Әл-Фурҡан» сүрәһе, 65-се аят)

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Ябай ғына сәйәхәт түгел...

Үҫмер сағымдан тартты мине үҙенә был ил. Тарихи фильмдары, балалар өсөн тылсымлы әкиәттәре менән арбағандыр тәүҙә. 10-11 йәштәрҙә Александр Неверовтың «Ташкент – икмәк ҡалаһы» әҫәрен уҡып сыҡҡас, ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Тимәк, был илдә муллыҡ, йомартлыҡ бар, тигән һығымтаға...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...