Ямғыр яуғанда ниндәй доға ҡылырға?

Ямғыр яуғанда ниндәй доға ҡылырға?

Ямғыр яуғанда ниндәй доға ҡылырға?

Ямғыр ваҡытында доғалар ҡабул була, шуға күрә хәйерле доғалар ҡылайыҡ. Шулай уҡ ямғыр яуғанда киләһе доғаны уҡырға кәңәш ителә:

 

اَللهُم إني أسْألُكَ خيرَها وَخَيْرَ ما فِيها وَخيرَ ما أُرْسِلَتْ به، وَأعُودُ بِكَ مِنْ شَرها وَشر ما فيها وشر ما أُرْسِلَتْ به

 

Транслитерация:

«Аллаһүммә инни әс-әлүкә хәйрәһә үә хәйрә мәә фиһә үә хәйрә мәә үрсиләт биһи, үә әғүҙү бикә мин шәрриһә үә шәрри мә фиһә үә шәрри мә үрсиләт биһи».

 

Тәржемә:

«Аллаһым! Мин Һинән (ямғырҙың) хәйерлеһен, ямғыр эсендә булған хәйерҙе һәм ул алып килгән ниғмәтте һорайым. Һәм мин был (ямғырҙың) зыянынан, уның эсендә булған зыяндан һәм ул алып килә торған зыяндан Һиңә һыйынам.

 

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ ямғыр ваҡы-тында ошо доғаны уҡыған:

 

اللَّهمَّ صَيِباً نافعاً

 

Транслитерация:

«Аллаһүммә саййибән нәәфиғән!»

 

Тәржемә:

«Йә, Аллаһым! Ямғырҙы файҙалы һәм бәрәкәтле ит!»

 

Шулай уҡ Пәйғәмбәребеҙ ﷺ киләһе доғаны уҡыр булған:

 

اللّهُمّ إنّي أعوذُ بكَ مِن شَرِّها

 

Транслитерация:

«Аллаһүммә инни әғүҙү бикә мин шәрриһә».

 

Тәржемә:

«Аллаһым! Ысынында, был ямғыр алып килә торған зыяндан Һиңә һыйынам!».

 

Ямғыр яуғанда ниндәй доға ҡылырға?

 

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...