Һыуҙы һаҡлағыҙ!

Һыуҙы һаҡлағыҙ!

Һыуға кесе ярау итергә ярамай!

Беҙ Һунар Тураһында Һәм Үҫемлектәр Һәм Хайуандар Донъяһын Һаҡлау Тураһында Һөйләшкәйнек Инде. Әбү Хөрәйрәнән T Риүәйәт Ителә: Пәйғәмбәр ﷺ Әйткән: «һеҙҙең Берегеҙ Ҙә Аҡмай Ятҡан Һыуға Кесе Ярау Итергә Һәм Уның Менән Йыуынырға Баҙнат Итмәһен!»

Был һыу менән беҙ йыуынабыҙ. Мин илленсе йылдарҙа минең тыуған ҡаламдың йылғаларынан һыу эсеп булғанын хәтерләйем. Кешеләр ул ваҡытта Аллаһтан ҡурҡалар ине, был һыуҙарға берәү ҙә кесе ярау итмәне, бысратманы. Йылға, ысынлап та, бәрәкәтле ине. Динде тотҡан кешеләр һыу тураһында хәстәрлек күрҙеләр, уны һаҡларға тырыштылар.

Ә хәҙер… Ә хәҙер йылғалағы һыу төрлө бысраҡлыҡ, нәжес менән бысраныу һөҙөмтәһендә ҡара төҫ алған.

Пәйғәмбәребеҙ ﷺ тымыҙыҡ, йәғни, аҡмай ятҡан һыуҙа ғына түгел, ағын һыуҙа ла кесе ярау итеүҙе тыйған. Әбү Хөрәйрәнән (Аллаһу Тәғәлә унан риза булһын), риүәйәт ителә: «Һеҙҙең берегеҙ ҙә, йөнөб (ғөсөлө боҙолған) хәлдә булһа ла, аҡмай ятҡан һыуға тулыһынса кереп, тәһәрәт алырға тейеш түгел». Әбү Хөрәйрә: «Ә нисек алырға һуң?» – тип һорай. «Әҙләп кенә услап алып йыуынығыҙ», – булған яуап. Әгәр ҙә ҡатын-ҡыҙ тасҡа һыу ҡойоп алып, балаһын йыуындырырға теләһә, уны тасҡа ултыртмайынса, һыуҙы әҙләп кенә тастан алып ҡойондорһон. Ана шул була ла инде «әҙләп услап алыу».

Уянғас та, ҡулды йыумайынса, һыуға тығырға ярамай.

Әбү Хөрәйрәнән  килә: «Һәр берегеҙ, йоҡонан уянғас та, ҡулын тәһәрәт ала торған һыу һауытына тығырҙан алда, өс тапҡыр йыуһын». Был нәсихәт нимәне аңлата? Йоҡонан һуң ниндәй ҙә булһа эшкә тотонорҙан алда ҡулды йыуыу мотлаҡ!

Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә әйтә (Мәғәнәһе): «…Беҙ, гонаһтарҙан һәм бысраҡтан таҙартырға, күктән саф, таҙа һыу ебәрҙек». («Әл-Фурҡан» сүрәһе, 48-се аят).

«… һеҙҙе уның менән таҙартыр өсөн». («Әл-Әнфәл» сүрәһе,11-се аят).

Һыу – Аллаһтың Ергә ебәргән иң оло ниғмәте һәм бәрәкәте. Һеҙ һыу һәм уның үҙенсәлектәре тураһында уйлап ҡына ҡарағыҙ! Был есем үтә күренмәле һәм төҫһөҙ, үҙе һәр нәмәнең эсендә бар. Ошо «төҫһөҙ» һыу һәр бер төҫлө әйбергә төҫ бирә! Бөтә ерҙә лә тиерлек ҡулланылған серле һәм ғәжәйеп есем.

Изге китапта шулай уҡ: «Беҙ үле ер терелһен, үҫемлектәр үҫһен, үҙебеҙ яралтҡан йәнлектәр һәм кешеләр һыуға туйынһын тип, ямғырҙар яуҙырҙыҡ», – тиелә. Һыу – Ер йөҙөндә Аллаһтың иң оло бәрәкәте һәм рәхмәте. Шуға ла кешеләр йәшәй торған төйәк: ауылмы, ҡаламы – иң тәү сиратта, һыу сығанағы булған ергә нигеҙ һалып урынлаша.

Әгәр бөтә ҡаланы эсер һыу менән тәьмин итеүсе Айн-әл-Фидж һыу сығанағы булмаһа, Дамаск ҡалаһының ҡиммәте ниҙә булыр ине? Ул Әл-Фидждан Хомсҡа тиклем һәм Ливандан Сәйф-әл-Бәдиәгә тиклем һуҙыла. Айн-әл-Фидж һыу сығанағы Аллаһу Тәғәләнең Бөйөклөгөн күрһәтеүсе бер мөғжизә.

Дамаск – уникаль ҡала. Һәм унда йәшәгән кешеләр үҙҙәренең өйҙәрендәге крандан иң тәмле һәм таҙа һыу эсәләр, тип иҫәпләргә була.

Турһыҡтың ауыҙынан һыу эсмәҫкә!

Пәйғәмбәр ﷺ тар муйынлы турһыҡ ауыҙынан һыу эсеүҙе тыйған.

Әгәр ҙә һыу һауыты бар икән, унан һыуҙы сынаяҡҡа ҡойоп алып эсеү зарур. Һауыттың үҙенән һыу эсеү һаулыҡ өсөн зарарлы. Ауырыу йоҡтороу ҡурҡынысы бар. Был нәсихәт ҡайһы бер грипп, ҡорһаҡ тифы, гонорея һәм сифилис һымаҡ ауырыуҙарҙың төкөрөк аша бирелеүен иҫкәртә.

Пәйғәмбәрҙең ﷺ өйөндә үҙе һәм уның ҡатыны Ғәйшә ханым  эсә торған, ағастан эшләнгән һауыт – алдыр булған.

Ашамлыҡтар һәм һыу өсөн тотонолған һауыт- һабаны ябыҡ тотоу.

Бына Аллаһ Илсеһенең ﷺ тағы бер кәңәше һәм нәсихәте.

Джәбир ибне-Ғәбдаллаһтан тапшырыла, Аллаһ Илсеһе ﷺ әйткән:

«Һауыттарығыҙҙы ябығыҙ һәм турһыҡ ауыҙын бәйләгеҙ, сөнки йыл һайын ергә тағун (чума) ауырыуы төшә торған бер төн бар. Ул ауырыу һәр бер асыҡ һауытҡа һәм ауыҙы бәйләнмәгән турһыҡҡа инер».

Ауырыу таратыусы микробтар ояһы булған туҙан тураһында онотмайыҡ!

(Дауамы бар. Башы гәзиттең үткән һандарында)

Мөхәммәд Ратиб Ән-Нәбүлси

Руссанан зифа илбаҡтина тәржемәләне, сибай ҡалаһы

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Бер яман ғәҙәтем бар: күп һөйләйем. Бының насар икәнен беләм. Һүҙ менән кешене рәнйетәм, яман һүҙ йөрөтәм. Ошонан һаҡланыр өсөн миңә берәй доға өйрәтегеҙ. Был ғәҙәтемдән нисек ҡотолорға? Яман телем арҡаһында кешеләр минең менән аралашмай, минең хаҡта насар фекерҙә. Гонаһтарҙан алыҫлашырға, был...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...