Организмды ураҙаға әҙерләү

Организмды ураҙаға әҙерләү

Рамаҙан айында беҙ таң атҡандан ҡояш байығанға тиклем ураҙа тотабыҙ. Көн дауамында ас тороу, туҡланыу режимы һәм йоҡо ваҡытының үҙгәреүе организм өсөн стресс булып тора. Шуның өсөн изге айға аяҡ баҫыр алдынан, шәхси тәжрибәмә таянып, үҙемдең кәңәштәрем менән уртаҡлашҡым килә.

  • Ураҙаға бер аҙна ҡалғас, туҡланыу рационын үҙгәртеү файҙалы буласаҡ. Атап әйткәндә, аҙыҡтың калорияһын һәм күләмен (бигерәк тә төшкө һәм киске аштарҙың) кәметеү, ҡамыр һәм татлы ризыҡтарҙы сикләү, газлы һыуҙы эсеүҙе туҡтатыу. Мәҫәлән, һеҙҙең ҡәҙимге рацион 2000 ккал һанала икән, уны 1500 ккал тиклем кәметеү кәрәк.
  • Зарарлы углеводтарҙы туҡланыу рационынан алып ташлап, иртәнге аш ваҡытында төрлө ярмалар ҡатнашмаһына (мультизлаковые) еләк-емеш ҡушып бешерелгән бутҡа менән ризыҡланыу.
  • Ҙур интервалдар менән көнөнә 3 тапҡыр туҡланыу (ураҙаға ике көн ҡалғас ризыҡ ҡабул итеүҙе 2 тапҡырға ҡалдырырға), аш ҡабул итеү араһындағы ҡапҡылап алыуҙарҙы туҡтатырға, был ашҡаҙан һуты бүленеүен кәметер.
  • Йәшелсә, еләк-емеш, көнбағыш, сәтләүек, кунжут, киноа, яҫмыҡ, (чечевица), фасоль, төрлө ярмалар ҡатнашмаһы, натураль һуттар, ит, һөт аҙыҡтары, сыр, аҡ май һәм зәйтүн майы кеүек минералдарға һәм витаминдарға бай булған ризыҡтарҙы рационға индереү. Икенсе төрлө әйткәндә, аҙыҡтың күләмен кәметеү микроэлементтар дефицитын тыуҙырырға тейеш түгел. Был осраҡта поливитаминдар ҡулланыу ҙа үҙен аҡлай. Ошондай әҙерлек эштәре алып барғанда беҙҙең организм өсөн ураҙаға инеү еңелерәк буласаҡ. Шулай уҡ ураҙаға ингәнсе ҡандың дөйөм, биохимик, шәкәр күләмен асыҡлаусы анализдарын тапшырып ҡуйыу урынлы булыр. Был ураҙа тотоусының организмында ниндәйҙер тайпылыштар булған осраҡта, табиптарҙың күрһәтмәһен күҙ уңында тотоу өсөн кәрәк.

ӘЛФИӘ АЛТЫНБАЕВА

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


Уйлыға – уй, аҡыллыға – ишара...

355-се күҙәтеү: «Раббым һынауы» Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар, һәр ҡайһыһы, кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп, тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган...