Билдәле шәхестең матур ғәмәле

Билдәле шәхестең матур ғәмәле

Атаклы боксер мөхәммәд алиҙың исеме бөтә донъяға билдәле. Хатта спорт менән шыпа ҡыҙыҡһынмаған кешеләр ҙә уны бик яҡшы белә. Ғүмеренең ахырына ҡәҙәр атаҡлы шәхес хәйриәселек менән шөғөлләнгән, юнисеф ойошмаһы илсеһе булып, ярлы илдәргә йөрөп, күп ярҙам иткән. Әлхәмдүлилләһ, уның ялҡынлы һәм ихлас сығыштарының күпселеге интернет киңлектәрендә һаҡлана. Уларҙы ҡат-ҡат тыңлаһаң да, һис кенә лә ялҡытмай. Спортсының сағыу ваҡиғаларға һәм баш әйләндергес еңеүҙәргә бай тормошон бәйән итеү оҙаҡ булыр. Бөгөн берәүһенә генә мөрәжәғәт итеп ҡарайыҡ.

Был хәл Лос-Анджелес ҡалаһында була. 1981 йылдың 19 ғинуарында 21 йәшлек бер егет янғын баҫҡысы буйлап Уилшир бульварындағы офис бинаһының туғыҙынсы ҡатына үрмәләй ҙә, өҫтәге майҙансыҡҡа эләгеү юлын томалап, тәҙрә төбөнә баҫа, үҙ-үҙен үлтерергә йыйынғанын белдерә. Үҙ аңында түгел икәнлеге күренеп тора (аҙаҡ билдәле булыуынса, шул мәлдә был бахыр үҙен, Вьетнамда вьетконговсылар төркөмө эҙәрлекләүендә йөрөйөм, тип хис иткән).

Ваҡиға урынына полиция хеҙмәткәрҙәре, янғын һүндереүселәр, психологтар һәм хатта рухани килеп етә. Ләкин Джо (исем-шәрифе тарихта ҡалмаған) бөтә һөйләшеүҙәрҙән баш тарта һәм берәйһе яҡыная башлаһа, шунда уҡ аҫҡа һикерәм, тип янай.

Ике сәғәт ваҡыт үтә. Бөтәһе лә аптырашта. Аҫтағыларҙың ҡайһылары, көтөүҙән арып, егетте, әйҙә, һикер, тип ҡоторта башлай, шуға күрә полиция хеҙмәткәрҙәре киҫкен мәсьәләне хәл итергә саҡырылған белгестәрҙән башҡаһын был урындан ҡыуа һәм башҡа берәүҙе лә яҡын ебәрмәй. Бәхеткә күрә, аяныслы күренештең бер шаһиты Мөхәммәд Алиҙың дуҫы булып сыға: ул шунда уҡ спортсыға шылтыратып, уға түкмәй-сәсмәй барыһын да һөйләп бирә.

Ваҡиғаның артабанғы боролошона Голливудтың бөтә сценаристары көнләшерлек ине. Шылтыратҡандан һуң, теүәл дүрт минут үткәс, был майҙансыҡҡа үҙенең «роллс-ройс»ында Али килеп етә. Полицейскийҙар Мөхәммәдте туҡтатып ҡарай, аңында булмаған егеттең ҡораллы булыуы ихтималлығын иҫкәртә. Боксерҙы ҡаушатырлыҡ түгел: берәүҙең дә ай-вайына ҡарамай, йәшен тиҙлегендәй туғыҙынсы ҡатҡа менеп етә лә, егеткә яҡын тәҙрәнән ҡысҡыра: «Һин минең туғаным! Мин һине яратам һәм бер ҡасан да алдамаясаҡмын! Тыңла әле. Һинең минең менән бергә төшөүеңде үтенәм. Һис борсолма: мин һине яңғыҙ ҡалдырмам».

Егет ғәжәпләнеп кенә ҡалмай, тетрәнә һәм һис ҡаршылыҡһыҙ чемпионға ишеген аса, шунан инде уға ярты сәғәт буйына ғаиләһенә, эшенә бәйле проблемаларын һөйләй. Йәш ирҙең зарын тыңлап бөткәс, Мөхәммәд Али ҡабаланмай ғына уға тәҙрә төбөнән төшөргә ярҙам итә, бинанан алып сыға, автомобиленә ултыртып, дауаханаға алып бара.

Эйе, шәп ир-егеттең һүҙе бер була. Ысынлап та, чемпион Джоны ташламай: иртәгәһенә үк кәрәк-яраҡ, кейем-һалым тейәп, дауаханаға килеп етә, ә һуңыраҡ эшкә урынлаштыра.

Шулай итеп, тыумыштан Кассиус Клей, ислам динен ҡабул иткәндән үҙен Мөхәммәд Али тип нарыҡлаған легендар спортсы, Пәйғәмбәребеҙ салләллаһу ғәләйһи үә сәлләмдең исеменә тап төшөрмәй, мохтаждарҙың мәсьәләлерен хәл итеүҙә ихлас ҡатнашып, күркәм ғәмәлдәр башҡарып йәшәне.

Светлана Әбсәләмова әҙерләне

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Үтеп барышлай ғына...

Йәш сәйәхәтсе аҡыл эйәһендә туҡталған. Ул хужаның бар мөлкәте бер бәләкәй генә бүлмә, китаптар өйөлгән өҫтәл, ятып йоҡларға һике икәнен генә белеп шаҡ ҡатҡан.   Йәш кеше: «Остазым, ә ҡайҙа һеҙҙең йорт йыһаздары?» – тип һораған аптырап. – Ә ҡайҙа һинеке? – тигән...


«Тура юлға күндер, эй Раббым!..»

Яҙҙың иң матур бер ҡояшлы көнөндә Башҡортостаныбыҙҙың үҙәгендә урынлашҡан Сәйетбаба ауылына юлға сыҡтыҡ. Юлдаштарым менән һүҙебеҙ берегеп, көндөң, тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, ауылға барып еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ.   Ауылға кергәс тә һул яҡта урынлашҡан Әбйәлил ишан Ҡанһөйәр улының...


Сабир хәҙрәт

Ғафури районы Сәйетбаба урта мәктәбенең йөҙ йыллыҡ юбилейы сараларын уҙғарғанда, ауылда, был мәктәптең башланғысы булып, 1906 йылда асылған мәҙрәсәнең дә тарихы һәм уны ойоштороусы Мөхәммәтсабир Халиковтың эшмәкәрлеге тураһында мәктәп етәкселәре хөрмәтләп иҫкә...


Сит бала түгел

Ҡатыным беренсе иренән булған балаһына минән аҡса һорай. Мин бер нисә тапҡыр уға кейем алырға, мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам иттем, ләкин, шәриғәт буйынса, мин уны тулыһынса тәьмин итергә тейешменме?   Б., Стәрлетамаҡ ҡалаһы.   Дин белгесе яуабы Ҡатынығыҙҙың беренсе никахтан булған...


Сөләймән пәйғәмбәр

Улына нәсихәттәр биргәндән һуң, Дауыт михрабына китә. Бер ваҡыт уның янында таныш булмаған берәү пәйҙә була. «Кем һиңә бында инергә рөхсәт итте?» − ти Дауыт. Тегеһе: «Батшалар янына инер өсөн миңә рөхсәт кәрәкмәй», − ти ҡәтғи итеп. Яуабы буйынса бының Ғазраил икәнен аңлаған пәйғәмбәр: «Минең хәлде...