Илаһи мөғжизәләр

Илаһи мөғжизәләр

Илаһи мөғжизәләр

Кеше нимәнән яратылған?

Ниһайәт, Көнбайыш ғалимдары Ҡөрьәнде таныны һәм "кеше балсыҡтан яратылған" тигән һығымтаға килде.

Һуңғы йылдарҙа күренекле ғалимдар геология һәм биология өлкәһендә "Кеше балсыҡтан яратылыуы" тигән проблема өҫтөндә ныҡлап эшләй башланы. Бындай ғалимдар рәтенә "Massachutts Tehnologi" институтында Хайлсон Хартманды, Калифорния өлкәһе университетында Лейл М. Койнды, "Jilge" (Белгия) университетында Пьер Лазионы, "Glasdow" университетында Грахом К. Смитты һ.б. индерергә мөмкин.

 

Нимә ул балсыҡ?

"Ул (Аллаһ) кешене (йәғни, Әҙәмде) иң әүәл балсыҡтан яралтты" ("Сәждә" сүрәһе, 7-се аят ).

"Ул кешене сүлмәккә оҡшаш итеп кипкән ҡара балсыҡтан яралтты" ("Рахмән" сүрәһе, 14-се аят).

"Балсыҡ" һүҙен уҡыуға, беҙҙең күҙ алдыбыҙға йоғошло ауырыуҙар сығанағы булған бысраҡ һаҙ килеп баҫа. Әммә балсыҡтан иҫ киткес матур сүлмәктәр эшләнә, тип раҫлаусы кешеләр ҙә бар. Ысынлап та, балсыҡ булмаһа, электроника ла барлыҡҡа килмәҫ ине, планета-ара спутник элемтәһен дә урынлаштырып булмаҫ ине. Балсыҡтан башҡа быуаттың иң бөйөк асыштарының береһе булған компьютер ҙа булмаған булыр ине. Электроника нигеҙен булдырыусы ярым үткәргестәр – улар ҙа балсыҡ, ләкин башҡа төрлөрәк.

Үткәргес элемтә селтәрендә яңы йүнәлеш асҡан "суперүткәргестәр" ҙә – балсыҡтың үҙенсәлекле һығымтаһы. Бынан тыш балсыҡ нефть эшкәртеүҙә катализатор функцияһын башҡара. Төрлө ағыулы матдәләр, хатта радиацияны ла йотоу һәләтенә эйә ул балсыҡ.

 

Балсыҡта йәшәйеш бар

Доктор Лейл М. Койне былай тип яҙа: “Беренсе ҡарашҡа тыныс һәм тымыҙыҡ күренгән һаҙлыҡ – дөрөҫлөктә, өҙлөкһөҙ эске хәрәкәттә икән. Балсыҡ киҫәген балта менән сабып, лабораторияла шул балсыҡ киҫәгенең ай дауамында үҙенән ультравиол ҡеүәт сығарғанын күҙәттем. Балсыҡтың бөйөк бер ҡеүәт сығанағы булыуына бик ғәжәпләндем". Балсыҡ кристалл өҙөктәренән тора. Ә был кристалл өҙөктәре япраҡ формаһында "үҙенсәлекле структура тәшкил итә". Уларҙа ион теҙмәһен күҙәтергә мөмкин. "Химик реакциялар башлаусы" тигән был иондар балсыҡтың һәр бер тоҡомонда үҙенсәлекле программа буйынса хәрәкәт итә. Был вазифаһы менән балсыҡ кеше күҙәнәктәрен хәтерләтә. Сөнки кеше күҙәнәктәре лә көсәйтеү функцияһын үтәй.

 

Балсыҡ яңырып торамы?

Фәнни тикшеренеүҙәр күрһәтә: балсыҡтың ион теҙмәһе тышҡы факторҙар йоғонтоһо аҫтында емерелгән осраҡта кристалл өҙөктәре, күпмелер ваҡыт уҙыу менән, был теҙмәне яңынан торғоҙалар.

Джеймс Глейка фекеренсә: "Балсыҡтың кристалл өҙөктәре аҫтында урынлашҡан ион теҙмәһе хәрәкәте шахмат таҡтаһындағы фигураларҙың логик хәрәкәтен хәтерләтә".

Ә Лейл М.Койне яҙыуынса: "Балсыҡ кристалдары структураһы тотороҡһоҙ. Молекуляр теҙмәләре тотороҡло булған кристалдар аҡ ҡағыҙҙы хәтерләтә. Тышҡы факторҙар йоғонтоһо электрик йүнәлеш менән генә бәйле. Йәшәйештең иң ябай төрө тышҡы яҡтан алған көстө файҙаланыуҙан ғибәрәт. Был һәр ике төрҙөң балсыҡта барлығы, йәшәйештең балсыҡтан башланған булыуы тураһындағы " теоретик ҡағиҙәне тағы ла көсәйтә".

Доктор Хартман иһә былай ти: "Әгәр ҙә ҡулыбыҙҙағы ҡорамалдар мөмкинлек бирһә, беҙ балсыҡты молекула рәүешендә түгел, ә атомдар рәүешендә тикшерер инек һәм күҙгә күренер һығымталарға килер инек. Әммә, иманым камил, хатта был осраҡта ла ерҙә йәшәйеш барлыҡҡа килеүе тураһындағы һорауға яуап табыу ауыр булыр ине".

Өҫтәге фекерен дауам итеп, доктор Хартман яҙа: "Минеңсә, "йәшәйеш һәм йәнлелек" төшөнсәләре атомдар һәм күҙәнәктәр органик төҙөлөшө төшөнсәһенән бик ныҡ айырыла. Балсыҡ тураһындағы белемдәребеҙҙең камиллашыуына ҡарамаҫтан, беҙ был балсыҡҡа йән өрә алмайбыҙ. Быныһы беҙҙең аҡылдан өҫтөн".

Балсыҡтың аҡылға һыймаҫ грифт формулаһы Яратыусыбыҙҙың (Раббыбыҙ) теләгендәлер. Беҙ фәҡәт фекергә этәргес кенә бирә алабыҙ, әммә хаятты лабораторияла булдыра алмайбыҙ.

Доктор Хартман күҙҙә тотҡан "йәшәйешкә йәшәү биреүсе нәмә" – аяттарҙа һәм хәҙистәрҙә һүрәтләнгән рухтыр.

Ысынлап та, кеше рух хәрәкәтенең асылына төшөнөүҙә көсһөҙ, "Исра" сүрәһенең 5-се аятында әйтелгәнсә (мәғәнәһе): "Эй (Мөхәммәд), һинән рух, йән хаҡында һоранылар. Әйт: "Рух бары тик Раббыбыҙ белерлек эштәрҙәндер". Һеҙгә бик аҙ белем бирелгән".

 

Кеше вөжүде (барлығы) иҫбатланған мөғжизә.

Флорида штатындағы Панама ҡалаһында Анбар клиникаһында үткәрелгән тәжрибә тағы бер тапҡыр иҫбат итте: “Ҡөрьән Аллаһ тарафынан иңдерелгән һүҙ”.

Был тәжрибәне үткәргәндә, кешене дауалауға хеҙмәт итә торған Ҡөрьән аяттарына таяндылар. Уны башҡарыусы − Ҡушма Штаттарҙа йәшәүсе һәм эшләүсе ғалим-мосолман Әхмәт әл-Ҡади. Тәжрибә Ҡөрьәндең кеше организмына шифалы физиологик йоғонто яһауын асыҡлауға ҡоролған ине. Был тәжрибә нәтижәләре компьютер һәм башҡа замана техник саралары менән иҫәпләнде.

Тәжрибә өсөн һайланған кешеләр мосолман түгелдәр ине, улар хатта ғәрәп телен дә белмәй ине. Йәғни тәжрибә Ҡөрьән менән таныш булмаған кешеләр араһында үткәрелде. Кешеләргә тәүҙә Ҡөрьәнде оригиналда тыңлаттылар, инглиз теленә тәржемә лә яһап барҙылар. Был арала Ҡөрьән төрлө тауыш менән уҡылды, тауыштарҙың тәьҫирен асыҡлау өсөн эшләнде ул. Тәжрибә йыл буйы барҙы һәм нәтижәләр шаҡ ҡатырҙы! 97 % кешенең стресы юҡҡа сыҡты һәм башҡа ыңғай тәьҫир физиологик ҡаршылыҡтарҙың үҙәк нервы системаһында сағылыуы ярҙамында алынды.

Үткәрелгән тәжрибәнең тағы бер ҡиммәте шунда: Ҡөрьәндең нервы стресын йомшартыусы тәьҫир миҡдары үлсәнде. Был һығымталарҙы белеү өсөн махсус әҙерләнгән саралар һәм ҡорамалдарҙың хеҙмәте, әлбиттә, ҙур булды. Сөнки Ҡөрьән тыңлаған кешенең мускулдарындағы электрик мөмкинлектәр үҙгәреше тирәһендәге электроник хәрәкәте йөрәк тибеше һәм тән температураһы үҙгәреше улар ярҙамында үлсәнде.

Һөҙөмтәлә, шул асыҡланды: Ҡөрьән организмдың иммун эш-сәнлеген дә көсәйтә. Шуға күрә күп кенә ауырыуҙарҙы, шул иҫәптән йөрәк ауырыуҙарын дауалау ниәте менән, Ҡөрьәнгә мөрәжәғәт итергә кәрәк, тигән һығымта яһалды.

Тәжрибәнең беренсе өлөшө һөҙөмтәләре Төньяҡ Американың Ислам Медицина Конгресы ойошоуға 17 йыл тулыу уңайы менән уҙғарылған симпозиумда ҡатшашыусыларға тәҡдим ителде һәм улар тарафынан алҡышлап ҡаршы алынды. Икенсе төрлө әйтһәк, Ҡөрьәндең кеше организмына рухи йоғонтоһонан тыш физиологик йоғонто яһауы ла раҫланды. Тәжрибә өсөн һайлап алынған кешеләр Ҡөрьән менән таныш түгел ине. Шуға ҡарамаҫтан, уларҙың вөжүдтәре (булмышы) Ҡөрьәнде Аллаһ һүҙе булараҡ ҡабул итте.

"Беҙ Ҡөрьәнде мөьминдәргә шифа һәм рәхмәт итеп индерҙек" ("Исра" сүрәһе, 82-се аят).

Инде тәжрибәләрҙең икенсе өлөшөн көтөргә ҡала. Әммә ғалимдар тәжрибәне дауам итеүҙең кәрәклеге ҡалмағанын белдерҙе − был ғилми раҫлауҙар шөбһәгә урын ҡалдырмай.

 

Г. Ичаловтың “Илаһи мөғжизәләр” китабынан

 

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


«Ғаиләбеҙҙә өс быуынды берләштереүсе көн ул – 9 Май!..»

Рубрикабыҙҙың бөгөнгө ҡунағы – бар ғүмерен йәш быуынды уҡытыу-тәрбиәләү эшенә бағышлаған уҡытыусы, филология фәндәре кандидаты, хаҡлы ялға сыҡҡас, Илеш районы Дөмәй ауылы мәсетендә 16 йыл дини ғилем биргән Зәмзәмиә Әхиәр ҡыҙы Ҡазыханова.   – Йылдың иң шатлыҡлы байрамдарының...


Сабир хәҙрәт

Ғафури районы Сәйетбаба урта мәктәбенең йөҙ йыллыҡ юбилейы сараларын уҙғарғанда, ауылда, был мәктәптең башланғысы булып, 1906 йылда асылған мәҙрәсәнең дә тарихы һәм уны ойоштороусы Мөхәммәтсабир Халиковтың эшмәкәрлеге тураһында мәктәп етәкселәре хөрмәтләп иҫкә...


Ханум

Ҡамыр өсөн: 100 мл һыу 1 йомортҡа 1 аш ҡалағы көнбағыш майы семтем тоҙ он   Эслек өсөн: 500-600 г фарш 250 г ҡабаҡ 2 һуған 2-3 бәрәңге тоҙ, борос, тәмләткестәр 60 г һары май әҙерәк көнбағыш майы укроп, петрушка   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн йомортҡаны, йылы һыуҙы, семтем тоҙҙо,...


Өләсәйем нәсихәттәре

Ғаиләлә татыулыҡ, именлек булһын өсөн Улың (ҡыҙың) менән килен (кейәү) араһына ата-әсә ҡыҫылмаһын. Кеше алдында иреңдең бәҫен төшөрмә, бигерәк тә балалар алдында уны кәмһетеп, мыҫҡыл итмә. Һин яманларһың да оноторһоң, ә башҡалар онотмай һәм, ирең алдында үҙеңдең дә абруйың төшәсәк. «Иптәшем...


Күркәм холоҡ – ярты бәхет

Үткәндәргә һис үпкә юҡ, Үткәндәр сыныҡтырҙы. Сымырылыҡҡа өйрәтте Бер илаҡ ҡына ҡыҙҙы.   Ҡанда булмағас ҡатылыҡ, Яһиллыҡ та бер тамсы, Гел үҙемә эләгеп торҙо Арҡа һыҙырыр ҡамсы... Күркәм холоҡ – ярты бәхет, Йәшәү өндәүем – ошо. Кеше күң(е)лен ҡалдырмағас, Иңемдә –...