Айҙағы ауаз

Айҙағы ауаз

Айҙағы ауаз

1996 йылдың 16 июне. Сәғәт: 9:31.

Флориданың эҫе һәм бөркөү һауаһына ҡарамаҫтан, 55 өлкәнән 3 мең 493 хәбәрсе һәм бер миллионға яҡын кеше бер нисә километр алыҫлыҡтағы йыһан карабы осоуын күҙәтте. Ләкин ҡыҙыҡһыныусылар былар ғына түгел, ер йөҙөнөң төрлө урындарындағы 10 миллионлап кеше диҡҡәт һәм иғтибар менән йыһан карабына баҡҡайны.

 

Донъя яратылғандан бирле иң күп ҡыҙыҡһыныу уятҡан был йыһан карабының сере нимәлә ине? Был һорауға яуапты астронавтарҙың остазы сифатында танылған Вернхер Ван Браундан ишетәйек:

– Был көнгәсә Айға кешеһеҙ осоштарыбыҙ нәтижәһендә бер аҙ мәғлүмәт туплаған инек. Әммә Нейл Армстронгтың Айҙан беренсе аҙымдары ғына кешелек үҫешендә яңылыҡтар асты.

Эйе, кеше, йәшәйеш бишеге булған был Ерҙән айырылып, беренсе тапҡыр башҡа бер зәмингә(ергә) аяҡ баҫты.

Сәғәт 9:32.

«Аполло-11»ҙең көслө Сатурн моторҙарынан гөрөлдәп сыҡҡан төтөндәр Айға беренсе тапҡыр аяҡ баҫасаҡ астронавтарҙың (Нейл Армстронг, Эдвинг Олдринг һәм Мишель Коллинс) карабын Ер орбитаһына алып сыҡты.

«Аполло-11» күтәрелеп, 102 сәғәт 47 минуттан һуң, Айға йомшаҡ ҡына төштө һәм Н.Армстронг, баҫмалы баҫҡыстан төшөп, Айға беренсе тапҡыр аҙым яһау шәрәфенә иреште.

Ул ваҡиғанан һуң 14 йыл үткәс, 1983 йылдың февраль айында Армстронг беренсе тапҡыр Ислам өлкәһенә – Мысырға конференцияға килгән ине.

Инде конференция тамамланып килгәндә, Армстронгтың йөҙө ағарҙы, һуштан яҙа башланы. Тәҙрәнән эскә ишетелгән ауазды Армстронг йән-ҡолағы менән ишетә ине. Кинәт ул һиҫкәнеп, истерикаға бирелде: «Был музыка ҡайҙан килә?» – тип ҡысҡырҙы.

Мысырлылар көлөп ебәреүҙән саҡ тыйылып ҡалды һәм был музыка түгел, аҙан икәнлеген әйтте.

Шул ваҡыт Армстронг: «Был ауаз... Айға беренсе тапҡыр аяҡ баҫҡанымда ишетелеп, мине һиҫкәндергән ауаз был! Башта, ҡолаҡтарым шаулай, тип уйланым, ләкин был ауазды ҡабат ишеттем, хозурландым!».

Бөтөн зал ғәжәпкә ҡалды. Тыштан ишетелгән аҙандың һуңғы һүҙҙәре яңғырай ине. Бер аҙҙан ағарынған Армстронг телгә килде:

– Аллаһым... Мин Һине Ерҙә түгел, йәғни башымда түгел, Айҙа таптым!..

3-4 минут һүҙһеҙ торҙо һәм йәнә һөйләне:

 – Мин Айға «бисмилләһ»һеҙ аяҡ баҫҡанмын икән, инде, «бисмилләһ» тип, бынан һуң мосолман булам.

Эйе, Айға күтәрелеп, беренсе булып аяҡ баҫҡан Армстронг бына шул ваҡиғанан һуң үҙенең рухи үҫешенә тәүге аҙымдарын атланы.

Айҙа 1996 йылдың 20 июле.

Айға аяҡ баҫҡан кеше был һүҙҙәрҙе бөтөн донъяға ишеттерҙе: «Бөркөт Айға ҡунды!»

«Аполло-11» экипажы – Олдринг, Коллинс, Армстронг көслө ихтыярлы христиандар ине. Көтөлмәгәндә, улар Айҙа ҡыҙыҡлы «есем» күрҙе. Астронавтарҙың ул ваҡытта бер-береһе менән һөйләшкән бөтөн һүҙҙәре магнитофон таҫмаһына яҙылып барҙы.

Астронавт Олдринг: «Асыҡ китап шәкелендәге бер нәмә бар юғарыла».

Астронавт Армстронг: «Ике божра кеүек, дөрөҫөрәге, бер китапҡа оҡшайҙыр».

Астронавт Коллинс: «Секстантты үҙгәртеп ҡараһаҡ, китап шәкелендә икәнлеге асыҡ күренә».

Ерҙән күҙәтеүселәр: «Нимә һөйләйһегеҙ, Айҙа ниндәй китап булһын?»

Ауаздар таҫмаға яҙылды. Икенсе көнгә китап юҡҡа сыға, әммә радиоға туҡтауһыҙ рәүештә ниндәйҙер тауыштар килеп инә. Янғын һүндереү машинаһы тауышына оҡшаған бер ауаз килеп тора.

Коллинс: «Ер, мине ишетәһеңме? Шул ауазды тиҙерәк юҡҡа сығарығыҙ, юҡһа ҡолаҡтарым тоноп бөттө».

Ер: «Был ауаз беҙҙән түгел, башҡа бер ерҙән. Һеҙ булған тирәлә һеҙҙән башҡа бер кем булмауына шигегеҙ юҡмы?»

Армстронг: «Хәҙер музыка башланды. Ер, шул тауышты юҡ итәһегеҙме- юҡмы?»

Ер: «Беҙҙә һәр нәмә яҡшы эшләп тора. Музыка ауазы һеҙҙән килә».

Олдринг: «Һис килешә алмайбыҙ, ахырыһы. Был музыка һеҙҙән килә!»

Иртәгеһен Армстронг Айға аяҡ баҫты: «Бөркөт ҡунды!» тине ул, тулҡынланып. Эйе, кеше беренсе тапҡыр айҙа йөрөй ине. Тағы шул сигналға оҡшаған ауаз ишетелде. Әммә был юлы (таҫмаға яҙылған) шул һүҙҙәр ишетелде:

«Рабби-әл-әрдыйни ғиңдәһү иҙәә күн ғәлиим».

Ер: «Эй, кем һөйләшә?»

Был ваҡыт Армстронг Айҙа йөрөй ине. Тағы музыкаға оҡшаш ауаз килә башланы: «Әшһәдү әлләә иләәһә илләә Аллааһ» (Бер Аллаһтан башҡа Илаһ юҡтыр, таныйым).

Ер: «Йәнә шул оса торған объекттармы? Музыканың һүҙҙәрен ишеттегеҙме?»

Коллинс: «Ашан махатма расамбалла...» тигәндәй булды, был һиндсаға оҡшай...»

Армстронг: «Мин уны (юғарылағы ғәрәпсә һүҙҙәрҙе – мөх.) ахырғаса ишеттем. Йөрәккә рәхәт булды, минеңсә, Африка радиоларының береһе...»

Олдринг: «Френнасты үҙгәрттем, йәнә шул уҡ ауаз. Был ауаз Айҙан килә. Радио тулҡындары түгел. Ышаныу өсөн ҡыйын бер нәмә».

Ер: «Аҡылдан яҙҙығыҙмы? Һауаһыҙ ерҙә нисек ауаз булһын?»

Коллинс: «Улайһа нимә һуң? Бәлки, оса торған обьекттыр?»

Армстронг: «Китап шәкелендә осоу обьекттары буламы?»

Ер: «Билгеһеҙ бер нәмә. Ғаләмдәге берәр тулҡынмы икән? Был ауаздар, китап, аһәң – бер хыял булһа кәрәк?»

Армстронг: «Хыялды камера һүрәткә ала аламы?»

Ер: «Ярар, ләкин һауаһыҙ бушлыҡта ауаз ишетелә аламы?»

Күпмелер ваҡыт уҙғас, астронавтар Ергә ҡайтты. Кассеталарҙы тағы бер ҡат тыңланылар. Был һорау буйынса NASA-ның махсус сәркәтибе Әл-Баздан консультация алынды. Әл-Баз Айҙа ишетелгән «музыканың» ғәрәпсә мөбәрәк бер аят һөйләм икәнен әйтте.

Тағын күпмелер ваҡыт үтеү менән, шул уҡ һүҙҙәрҙе «Аполло-16» карабы астронавы Варден ишетте. Был яңылыҡты сер итеп тоторға тырыштылар.

Бер хәтирә Нейл Армстронгтың бөтөн кешеләрҙе хайран ҡалдырған Ай мажараһын һәм бөтөн донъяла шау-шыуға сәбәп булған тәьҫирҙе яҡшы хәтерләйбеҙ. Был ваҡиғанан һуң күпмелер ваҡыт үткәс, астронавтың күргәндәрен һәм әйткән һүҙҙәрен инҡар итергә теләүсе кешеләргә яуап рәүешендә бер хәтирәмде бәйән иткем килә.

– Минең өсөн бөтөнләй башҡа ҡиммәткә һәм әһәмиәткә эйә булған был хәтирә. «Аполло-11»ҙең Айға сәфәре дауамында Истанбулда булған ине.

...Шул көн иң яҡын дуҫымды күрергә барғайным. Айға кешенең аяҡ баҫыуы хәҡиҡәткә әйләнгән көндәр ине. Был хаҡтағы телетапшырыуҙы бергә ҡараныҡ, Армстронгтың йыһан карабынан төшөп, Айға аяҡ баҫыуын хайран ҡалып күҙәткән дуҫым:

– Ишетәһеңме, Айҙа аҙан ишетелә, – тине тулҡынланып.

Мин ишетмәүемде әйтеп, телевизор ҡарауымды дауам иттем. Һәм мин 10 йыл дауамында был ваҡиға хаҡында һис кемгә ауыҙ асып һөйләмәнем.

1983 йылда көтөлмәгән бер хәбәр донъяла бомба кеүек шартланы. Армстронг бер сәйәхәт ваҡытында ишеткән аҙан ауаздары Айға аяҡ баҫҡан мәлдә ишеткәне тураһында әйтте. Мин иһә, был хәбәрҙе ишетеп, 10 йыл элек дуҫым менән булған ваҡиғаны иҫемә төшөрөп тетрәнеп киттем.

Тағы бер йыл үтте. Кем икәнлеге мәғлүм булмаған бер кеше, үҙен Армстронгтың сәркәтибе итеп танытып, булып уҙған ваҡиғаны ялғанға сығарырға тырышты. Әммә ахыр сиктә уның тырышлыҡтары бушҡа булды. Айҙа булған ваҡиғаның хаҡ икәнлеге асыҡ ине. Сөнки «Аполло-11»ҙең сәйәхәте дауамында йыһан карабы менән Ер станцияһы араһындағы бөтөн һөйләшеүҙәрҙе магнит таҫмаһына яҙып алған бер сүрийәле – NASA хеҙмәткәре, таҫмаға яҙылған һүҙҙәрен бөтөн кешеләргә тыңлатып, уларға комментарийҙар ҙа биреп барҙы (Һеҙ ул таҫмалағы һүҙҙәрҙе-һөйләшеүҙәрҙе юғарыла уҡынығыҙ).

Донъяның бер нисә нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан был һөйләшеүҙәр Армстронгтың бөтөн һүҙҙәре дөрөҫ булыуын тағын бер иҫбатланы.

 

ДОКТОР ХАЛИК НУРБАҠЫЙ

 

 

Г.Ичаловтың «Илаһи мөғжизәләр» китабынан

 

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Өләсәйем нәсихәттәре

Ғаиләлә татыулыҡ, именлек булһын өсөн Улың (ҡыҙың) менән килен (кейәү) араһына ата-әсә ҡыҫылмаһын. Кеше алдында иреңдең бәҫен төшөрмә, бигерәк тә балалар алдында уны кәмһетеп, мыҫҡыл итмә. Һин яманларһың да оноторһоң, ә башҡалар онотмай һәм, ирең алдында үҙеңдең дә абруйың төшәсәк. «Иптәшем...


Әбүзәр Ғифари ислам ҡабул итә

Әбүзәр Янбу ерҙәрендә йәшәүсе Ғифар ҡәбиләһенән була. Ғифарҙар тирә-яҡҡа даны таралған кеше талаусылар була. Улар хатта хәрәм айҙарында ла юлсыларҙы баҫып алып талар булған. Ырыуҙаштарының ошондай ҡырағай ғәҙәтен Әбүзәр ҡабул итә алмай һәм ул ғаиләһе менән сит яҡтарға күсеп китергә мәжбүр...


Сит бала түгел

Ҡатыным беренсе иренән булған балаһына минән аҡса һорай. Мин бер нисә тапҡыр уға кейем алырға, мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам иттем, ләкин, шәриғәт буйынса, мин уны тулыһынса тәьмин итергә тейешменме?   Б., Стәрлетамаҡ ҡалаһы.   Дин белгесе яуабы Ҡатынығыҙҙың беренсе никахтан булған...


Берҙәмлектә – көс!

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһының Зәйнулла Рәсүлев исемендәге мәсетендә ошо төбәктә «Әс-Сәләм» гәзитен яҙҙырып таратыусы ике тиҫтәгә яҡын иң әүҙем ҡәрҙәштәребеҙгә рәхмәт хаттары тапшырылды.   Билдәле дин ғалимы Абдулла Ахалов, Үҙәк «Әс-Сәләм» гәзитенең Башҡортостандағы вәкиле Шамил Әлиев һәм Зәйнулла...


Ҡорбан салыу Аллаһу Тәғәләгә яҡынайта!

«Ҡорбан» һүҙе ғәрәп телендәге «ҡаруба» һүҙенән алынған. Был һүҙ яҡынайыу тигән мәғәнәне бирә. Дин тотҡан кешеләрҙең маҡсаты – Аллаһу Тәғәләгә яҡынайыу, Уның ﷻ рәхмәтенә ирешеү.   Раббыһының ризалығы өсөн ҡорбан салдырған кеше, оло фазиләттәргә...