Хәләл икмәк ниндәй булырға тейеш?

Хәләл икмәк ниндәй булырға тейеш?

Икмәк донъяла иң популяр аҙыҡ. Бөгөн уның әллә күпме төрҙәре, сорттары бар. Һуңғы ваҡытта икмәктә лә хәләл билдәһен күрергә була.

Бер уйлап ҡараһаң, батон менән булкаларҙа ниндәй тыйылған матдаләр булырға мөмкин, тигән һорау тыуырға ихтимал. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге икмәктәр беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ашаған икмәктән ҡырҡа айырыла. Яңы технологиялар үҫешкән һайын бешерелгән аҙыҡ та хәләл булмаған ингридиенттар көндән-көн күбәйә. Шуға ла икмәк-күмәсте һатып алғанда ошоларға иғтибар итергә кәрәк.

Майҙар

Икмәкте етештергәндә, йыш ҡына малдың йәки үҫемлек майҙарын, шулай уҡ кондитер майын да (уның составына йыш ҡына сусҡа майы инә) ҡушалар. Бынан сығып, малдың майы ҡушылған күмәстәрҙән баш тартырға кәрәк, сөнки уларҙың хәрәм булыуы бик мөмкин.

Алкоголь

Коньяк йәки ликер аҙыҡҡа үҙенсәлекле тәм өҫтәй, араҡы ҡамырҙың текстураһын үҙгәртә, уны көпшәкле итә. Шулай уҡ торт менән сәйгә ҡушып эскән тәм-томдарға ла алкоголле эсемлек һеңдерәләр. Бынан сығып, икмәк менән кондитер аҙыҡтарында алкоголь булһа, уларҙы мосолмандарға ашау тыйыла.

Ферменттар

Был матдаләрҙе икмәк етештергәндә бик йыш ҡулланалар. Улар ондоң сифатын яҡшырта. Был бигерәк тә эшҡыуарҙар өсөн отошло. Сөнки ул компоненттар икмәктең етештереү хаҡын арзанайта. Был ферменттарҙы ҡайһы саҡта сусҡаның ашҡаҙан аҫты биҙҙәренән етештерәләр. Улар мосолмандар өсөн хәрәм. Әгәр ҙә шәриғәт ҡанундары буйынса салынған малдан эшләнгән ферменттар булһа, уларҙы ҡулланырға була.

Эмульгаторҙар

Е471 һәм Е472 эмульгаторҙарын икмәк составында күрергә була.Улар моно- һәм диглицерид май кислоталары, глицерин, диацетилвин һәм май кислоталары эфирҙары. Улар май эшкәртелгәндән һуң ҡалған ҡалдыҡтар. Был эмульгаторҙарҙы насар сифатлы һәм шыйыҡ елемсәһе булған онға ҡушалар. Улар сығыштары менән ике төрлө була, йәғни, мал йәки үҫемлек майынан эшләнеүе был икмәктең хәләлме, түгелме икәнлеген билдәләй.

L-цистеин

L-цистеин – аҙыҡ өҫтәмәһе Е-920. Уны икмәк аҙыҡтарына ондоң етешһеҙлектәрен йәшерер өсөн һәм күмәстәр ҡарап тороуға матур булһын өсөн ҡушалар. Е-920 икмәктә бушлыҡ һәм ярыҡ булмауына булышлыҡ итә, ҡамыр баҫыу ваҡытын ҡыҫҡарта, һәм аҙыҡтың күләмен арттыра. L-цистеинды лаборатория шарттарында синтезлаһалар, уны ҡулланырға була. Күбеһенсә, уны осһоҙ ысул менән етештерәләр: кеше сәстәренән, ҡош ҡанаттарынан, һыйыр мөгөҙҙәренән эшләйҙәр. Бындай ысуллы аҙыҡ өҫтәмәһе хәрәм.

Өй икмәге

Һәр ҡатынға икмәк бешереү иң мөһим һөнәр. Ислам ҡанундарын үтәп бешерелгән икмәк, әлбиттә, сифатлы һәм хәләл буласаҡ. Өй икмәге һеҙҙең аҙыҡ сифатын ҡырҡа үҙгәртәсәк. Әгәр ҙә мөмкинлек булһа, ул икмәкте һатырға ла була. Күрше-күләндәр, таныштарығыҙ ундай икмәктән баш тармаясаҡтар, һеҙҙең даими клиенттарығыҙға әйләнәсәктәр.

Бөгөн икмәк етештереүселәр бешергән икмәктәренең сифаты тураһында уйланырға тейеш. Аллаһ изге Ҡөрьәндә лә: «Кешеләр! Һеҙ ерҙә бирелгән хәләлдән, таҙанан ашағыҙ, иблис юлына төшмәгеҙ. Ысынында, ул һеҙҙең асыҡ дошманығыҙ”, – тигән («Бәҡара” сүрәһе, 168-се аят).

Шулай итеп, мосолман йәмғиәте хәләл аҙыҡты дөрөҫ итеп етештереү һәм уға ныҡлы контроль булдырыу мәсьәләләрен күтәреп сығырға һәм уларҙы хәл итергә тейеш. Сөнки хәләл икмәк – ул беҙҙең киләсәк быуындың һаулығы ғына түгел, бәрәкәтле, сауаплы һәм килемле эш тә.

Аделина Хегай

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Иғтибарымды туплай алмайым

Эштәремде даими рәүештә кисектерәм. Гел көндәлек ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән мәшғүлмен. Мөһим эштәрҙе гел һуңғы мәлгә ҡалдырам. Йыш ҡына эштәр йыйылып китә, уларҙы хәл иткән саҡта, ныҡ арыйым. Иғтибарымды төп эшкә йүнәлтә алмайым. Был хәлде нисек төҙәтергә? А., Наро-Фоминск ҡалаһы   Дин...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...


Шайтан яҙмалары

Аллаһ исеме менән... Һеҙҙең арала Әтиә менән дуҫ булғандар бармы ул? Булһа, әйтегеҙ уға, шул тиклем итеп теңкәмде ҡоротмаһын әле. Бөгөн миңә уның тәртибе һис кенә лә оҡшаманы. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын: «Мәрхәмәтле һәм Рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым», – ти ҙә торасы. Ул...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...