Ил-йортҡа именлек теләү

Ил-йортҡа именлек теләү

Ил-йортҡа именлек теләү
Йәә Аллааһу, йәә Рахиим, именлек тә үҙеңдән,
Һиллеген дә насип ит йылға, күлдә, диңгеҙҙә,
Илдең аяҙ күгендә, ерҙең аҫты-өҫтөндә,
Ҡуйы урман, тауҙарҙа, йәнә иркен ҡырҙарҙа,
Йәйрәп ятҡан далала, бар ауылда, ҡалала.
Донъялар имен торһон, ил-йорттар тыныс булһын,
Йәшәгән еребеҙҙә ҡот-бәрәкәт һаҡланһын.
Берүк үҙең арала зарар-зыян, зәхмәттән,
Ут-һыуҙың афәтенән, ел-дауыл, ғәрәсәттән.
Йәә Аллааһу, йәә Рахиим, именлек тә бер һиндә.
Хызыр, Ильяс юлдаш булһын, сыҡҡан саҡта сәфәргә.
Хәүеф-хәтәрҙән арала барыһы юлда йөрөгәндә.
Йәә Аллааһу, йәә Сабуур, яҡшыларға олғаштыр,
Көс-ҡөҙрәт, ғәйрәт биреп, ямандарҙан яҙлыҡтыр.
Йәә Аллааһу, йәә Рахмәән, мәрхәмәтле, шәфҡәтле,
Миһырбанлы яҙмыш менән һәммәһен дә бүләклә:
Һөйөп-һөйөлөп кенә парлылар йәшәп ятһын,
Ишен көтөп зарыҡҡан яңғыҙҙар ишен тапһын,
Тулы ғаиләләр артһын, сабыйҙар күпләп тыуһын,
Ислам динен ҡеүәтләп, яңы быуын ҡалҡынһын,
Эшләгәндең уңын бир, эшһеҙеңде лә йүнлә,
Һөҙөмтәле кәсеп менән һәр икеһен бүләклә,
Хәсрәтленең хәсрәттәре, ҡайғылары таралһын,
Сирҙәре булһын үтеүсән, сырхауҙар − ваҡытлыса,
Хәйерле уй-ниәт менән оло быуын йәшәһен,
Үҙ йорттары нигеҙендә тигеҙ ғүмер кисерһен,
Көткән генә донъялары мәнфәғәтенә яҙһын,
Бөртөкләп йыйған донъяһы ят бауырға ҡалмаһын

ЗӨБӘЙҘӘ ҠӘЛӘМОВА

Учалы районы, Сораман ауылы

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Әжәл менән яғалашҡанда

Совет дәүере, фәнгә нигеҙләнеп, илдә техник прогресс яҡтан үҫеш барлыҡҡа килтерә алһа ла, изге Ҡөрьән тәғлимәтен инҡар итеүе арҡаһында тәрбиә өлкәһендә хәл иткес һынылыш яһай алманы. Сөнки, изге Ҡөрьән тәғлимәте нигеҙендә тәрбиәләнмәгәндәрҙең ҡан тамырҙарына шайтан урынлашып, төрлө насар ғәҙәттәр...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


«Зәйнулла ишандың фотоһы беҙҙең өйҙә элеүле торҙо...»

Сәфәрҙә йөрөргә яратам. «Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә», тигәндәй, һәр сәйәхәт ниндәйҙер яңы тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар менән ҡыуандыра. Алыҫ Ҡаҙағстан ерендә лә шулай булды. Ҡаҙаҡ бауырҙаштарҙың: «Һеҙ башҡорттармы ни?» – тип ихлас ҡыуанып китеүенең бер ғилләһенә...