Һигеҙ ожмах ишектәрен үрелеп асһаҡ икән...

Һигеҙ ожмах ишектәрен үрелеп асһаҡ икән...
Мөнәжәт – ул көйләп кенә Аллаһҡа һығыныуым.
Хәйерле ғүмер ҙә теләп Үҙенә ялбарыуым.
Ер-күктәрҙең хужаһы – бер Аллаһу Тәғәлә,
Иманыбыҙҙан айырма, ләә иләәһә илләллаһ.
Барлығына инанып, берлегенә ышанһаң,
Терәк-таяныс табырһың, йәнә үҙең ҡымшанһаң.
Камил тәһәрәтләнеп, намаҙға эйеләйек,
Һигеҙ ожмах асҡысы – намаҙҙы үҙ итәйек.
Иман менән йәшәү фарыз, фани ғына донъяңда.
Әҙ ауырыу, еңел үлем бир, әжәл мәле еткәндә.
Аҙаҡҡы минуттарҙа әйтһәк икән; йәә Аллаһ,
Ләә иләәһи илаллаһ Мөхәммәдур-расулүллаһ.
Аллаһ ризалығы өсөн ҡылған ғәмәлдәребеҙ
эйәреп тә барыр инде, юлдаш булыр иманыбыҙ.
Сират күперен үткәндә, ҡултыҡлап та барыусы,
Мизан янында үлсәүсе, йәһәннәмдән һаҡлаусы.
Рухыбыҙға бағышлатҡан Ҡөръәндең сүрәләре,
Гүр ғазабынан аралар, Тәбәрәк сүрәләре.
Рәхмәт фәрештәләре ҡаршы ла алырҙар,
Мөнкир, Нөкир яуаптарҙан риза булып ҡалһындар.
Һигеҙ ожмах ишектәрен.үрелеп асһаҡ икән,
Ошо дуҫтар менән бергә йәннәттә ҡалһаҡ икән…
Аллаһ ризалығы өсөн, ҡылған ғәмәлдәребеҙ,
Ҡабул ғына булһын инде барлыҡ доғаларыбыҙ…
Ләә иләәһә илаллаһ, ләә иләәһи илаллаһ,
Кәүҫәр янында ҡаршылар, Мөхәммәдур-расулүллаһ

ЗӨБӘЙҘӘ ҠӘЛӘМОВА.

Учалы районы, Сораман ауылы

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Йома намаҙын ҡалдырмайыҡ!

Йома көнөндә Аллаһу Тәғәлә ﷻ Әҙәмде Ожмахҡа кереткән, тиҙәр. Һәм дә уның әхирәткә күсеүе лә йома көнөндә булған. Һәм әйтелә: Ҡиәмәт көнө лә йома көнө ҡуптарылыр, тип. Хисап көнөнә – мөһим имтиханыбыҙға – нисек итеп әҙерләнергә тейешбеҙ? Аллаһу Тәғәлә менән осрашыуыбыҙ яҡшы ғәмәл менән...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


Ҡатын-ҡыҙ иманын һаҡлаһын!

Мөхәмәтзакир хәҙрәт Йосопов яҙған был мәҡәлә «Башҡортостан» гәзитендә, 2011 йылдың 6 апрель һанында (№68), баҫылып сыҡҡайны. Шәхсән үҙемә тәьҫире бик көслө булғанлыҡтан, материалды ташламай, айырым бер папкаға һалып ҡуйғайным. Инде ун биш йыл уҙҙы, мин уны һаман да ваҡыты-ваҡыты менән...


Тештәрегеҙ һау булһын!

Тештәрҙе һәм стамотологик сирҙәрҙе дауалағанда, иң отошло ысул − мисүәк ҡулланыу. Сифатлы мисүәк һығылмалы, саф еҫле, тештәрҙе таҙартканда, епсәләргә таралып китә.   Хәҙистәрҙә һәр намаҙ һайын тештәрҙе таҙартырға тәҡдим ителә. «Мисүәк менән тештәрҙе таҙартып, тәһәрәтләнеп уҡылған...