Доғаларҙың күркәм һынланышы

Доғаларҙың күркәм һынланышы

20 май Өфө ҡалаһындағы М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында “Айҙар Гәрәев. Джәмил Әхмәтғәлиев. Графика. Каллиграфия” күргәҙмәһе асылды. Өс аҙна дауамында матурлыҡ һөйөүселәр күркәм шамаилдар, ғәрәп каллиграфияһының аҫыл үрнәктәре менән танышыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Бай күргәҙмә материалдары менән танышҡандан һуң, рәссамдар менән уларҙың ижады тураһында һөйләшеп алырға булдыҡ.

Был күргәҙмәнең төп маҡсаты?

Айҙар Гәрәев: “Беренсенән, һәр рәссам үҫешкән һайын ижадына һығымта яһарға тейештер тип уйлайым. Минең дә, Джәмилдең дә арыуҡ эштәребеҙ йыйылып китте. Шуғала ошо күргәҙмәне ойошторорға булдыҡ. Икенсе маҡсат: сәнғәт ярҙамында, матурлыҡ аша халыҡҡа динде еткереү. Әгәр ҙә бер генә тамашасы булһа ла, ошо һүрәттәрҙә нимә яҙылған, тип ҡыҙыҡһынһа, артабан Ҡөрьәнде, динебеҙҙе белергә теләге уянһа, минеңсә, күргәҙмә бушҡа үтмәгәндер тип уйлайым” .

Джәмил Әхмәтғәлиев: “Тамашасы менән ижадыбыҙ аша бәйләнеш булдырыу, халыҡта каллиграфия өлкәһенә, акварель менән буяу шөғөлөнә ҡыҙыҡһыныу уятыуҙы ла беҙҙең маҡсат булараҡ билдәләргә мөмкиндер”. Һүрәттәрегеҙ ниндәй темаға бағышланған? Айҙар Гәрәев: “Мин фарсы һәм ғәрәп каллиграфияһы рәссамы булғас, минең бөтөн эштәрем Ислам менән тығыҙ бәйле. Әммә мин шамаилдарға донъяуи, һәр кеше аңларлыҡ элементтар ҡушам”. Джәмил Әхмәтғәлиев: “Минең һүрәттәремдә Башҡортостан тәбиғәте тасуирлана”. Был эштәргә һеҙҙе нимә илһамландырҙы? Айҙар Гәрәев: “Илһам – ул гел күңелдә була ул. Тик уны тормошҡа ашырыр өсөн бер нисә этап үтергә кәрәк. Башта идея барлыҡҡа килә, артабан күңелгә үтеп ингән берәй аятты ишеткәс, һүрәттең һыны барлыҡҡа килә башлай. Иң мөһиме, һәр һүрәт өҫтөндә ентекле рухи эш алып барыу”.

Каллиграфия һеҙҙең төп шөғөлөгөҙ булып һаналамы?

Айҙар Гәрәев: “Нимәһеҙ мин бер көн дә йәшәй алмайым, шул минең өсөн төп шөғөл булып һанала. Ысынлап та каллиграфия өлкәһен төп эшем тип әйтә алам. Мин хәҙерге көндә Рәсәй ислам университетында һәм «Ихлас» мәсетендә каллиграфиянан уҡытам. Быға тиклем мин ун бер йыл хөкүмәт өлкәһендә эшләнем. Шулай уҡ ғаиләм дә минең өсөн беренсе урында тора”. «Ижадтың төп маҡсаты – уңыш түгел, ә тулыһынса шул процесҡа сумыу», – тиелгән юлдарҙы уҡығаным бар.

Һеҙҙең ижадығыҙҙы баһалаусыларға һеҙ ниндәй ҡарашта? Тәнҡит йәки маҡтау һеҙгә нисек тәъҫир итә?

Айҙар Гәрәев: “Был һорау һәр рәссам өсөн иң ҡыйын һорауҙыр тип уйлайым. Кешенең холҡо шулай ҡоролған, ул һәр саҡ тамаша өсөн ижад итә. Әгәр ҙә һинең өсөн кешеләрҙең фекере икенсе планда ҡалып, һин тик Аллаһ ризалығы өсөн генә ижад итә башлаһаң, һүрәттәр, ысынлап та, матур килеп сығасаҡ. Миҫал өсөн, акварель менән бәйле ижадым иҫкә төшә. Мин ул буяуҙар менән насар төшөрәм. Әммә бер мәл Аллаһу Тәғәлә өсөн генә тип ниәтләгән инем, һүрәттәр икенсе төрлө, күркәм килеп сыҡты”.

Башҡортостанда каллиграфия сәнғәте киң танылғанмы? Фекерҙәр, яңы идеялар менән уртаҡлашыр өсөн каллиграфтар өсөн йәмғиәт бармы?

Айҙар Гәрәев: «Каллиграфтар союзы Мәскәүҙә генә ойошторолған. Башҡортостанда ғәрәп каллиграфияһы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, популяр түгел, үҫешмәгән. Шуның өсөн бөгөнгө көндә минең төп маҡсатым булып ул сәнғәтте халыҡҡа еткереү тора. Шул сәбәпле 2018 йылда республикала ғәрәп каллиграфияһы буйынса беренсе донъя конкурсын ойошторҙом. Унда хатта Үзбәкстан, Иран, Белоруссия илдәренән ҡатнаштылар”.

Дини ғилеме булмаған рәссамдар шамаилдар ижад итә аламы?

Айҙар: “Юҡ. Был бер айырым фән. Уны белергә һәм аңларға кәрәк. Нөктә – ул ғәрәп каллиграфияһында «белем» тигәнде аңлата. Шул нөктәһеҙ каллиграфияның бөтөн мәғәнәһе юғала. Ғәрәп каллиграфияһында махсус математика, геометрия, философия формулалары бар. Һүрәтте күсереп төшөрөү генә шамаил булып һаналмай. Ул ябай һүрәт буласаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге көндә беҙ ул белемде юғалтҡанбыҙ”.

Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Был күргәҙмәгеҙ бәрәкәтле һәм уңышлы үтһен!

ЛӘЙСӘН БӘХТИЕВА

ӘҢГӘМӘЛӘШТЕ

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Ҡорбан салыу Аллаһу Тәғәләгә яҡынайта!

«Ҡорбан» һүҙе ғәрәп телендәге «ҡаруба» һүҙенән алынған. Был һүҙ яҡынайыу тигән мәғәнәне бирә. Дин тотҡан кешеләрҙең маҡсаты – Аллаһу Тәғәләгә яҡынайыу, Уның ﷻ рәхмәтенә ирешеү.   Раббыһының ризалығы өсөн ҡорбан салдырған кеше, оло фазиләттәргә...


Хиджама – онотолоп барған сөннәт

«Хиджама» һүҙе ғәрәп телендәге «әл-хаджм» тамырынан килеп сыҡҡан, ул «һеңдереү», «һурып алыу» кеүек мәғәнәгә эйә. «Әл-хиджама» иһә “ҡан сығарыу”ҙы аңлатҡан төшөнсә. Халыҡ медицинаһындағы был ысул элек-электән бик күп...


Шайтан яҙмалары

Ғәйеп – үҙегеҙҙә! Бөгөн мин бер ҡыҙыҡ әйбер эшләнем! Көлкөнән шартлай яҙҙым! Һа-һа-һа! Мин, ысынлап та, көлкөнән саҡ шартламаным, шул тиклем генә ҡыҙыҡ булды. Һа-һа-һа! Шулай итеп, Рамазан менән бәйле тарихҡа күсәйек. Ул кер йыуыу машинаһы һатып алырға уйлағайны, мин уға быны эшләргә ирек...


«Тура юлға күндер, эй Раббым!..»

Яҙҙың иң матур бер ҡояшлы көнөндә Башҡортостаныбыҙҙың үҙәгендә урынлашҡан Сәйетбаба ауылына юлға сыҡтыҡ. Юлдаштарым менән һүҙебеҙ берегеп, көндөң, тәбиғәттең матурлығына һоҡланып, ауылға барып еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ.   Ауылға кергәс тә һул яҡта урынлашҡан Әбйәлил ишан Ҡанһөйәр улының...


Цифрлы аҡылһыҙлыҡ

Хәҙерге заман технологиялары һәм социаль селтәрҙәр үҫеше менән быға тиклем булмаған яңы психик ауырыуҙар килеп сыҡты. Әле ун биш йыл элек был психик ауырыу тураһында бер кем дә белмәне. Һүҙем – цифрлы аҡылһыҙлыҡ тураһында. Интернетҡа, телефонға, социаль селтәргә бәйле булғанға уны шулай...