Ҡартәсәйем

Ҡартәсәйем

Көләс йөҙлө, аҡыллы ҡараштарынан нур һибелгән, ҡулдарында ҡот уйнаған, теленән бал тамған, иманлы, бисмиллаһыҙ аяҡ та атламаған, кеселекле, кешелекле ҡартәсәйем тәрбиәһендә үҫеүем менән, мин Аллаһу Тәғәләмә рәхмәтлемен.

 

Ҡартәсәйем Сафура Хаммат ҡыҙы Сөләймәнова 1895 йылда данлыҡлы Һаҡмар йылғаһы бу-йында урынлашҡан Аҫҡы Шырмай ауылында ата-әсәһе Хаммат һәм Миңлезата Килмәковтарҙың тәүге мөхәббәт емеше булып яҡты донъяға ауаз һала. Атаһы, Хаммат ҡартатай, егерме биш йыллыҡ батша хеҙмәтендә була, йыл да ҡайтып, ғаиләһендә ял итеп, балалары, һөйөклө ҡатыны янында булып, тыуған яҡтарын күреп китә. Миңлезата өләсәй донъя көтә, балалар үҫтерә. Бәлә ағас башынан түгел, кеше башынан йөрөй шул, ҡайғы ҡартәсәйемдең дә ғаиләһен урап үтмәй. Атаһы Хаммат Килмәков тыуған яҡтарына ҡайта алмай. Итәк тулы бала менән йәшләй генә Миңлезата өләсәй тол ҡала.

Сафура ҡартәсәйемдең шул тиклем аҡыллы, кеше йәнле, ярҙамсыл, кеселекле булғанына, мин бөгөн дә хайранмын. Йәл, ваҡытында балалык менән артыҡ иғтибар итмәгәнмен, күп нәмәләр хәтерҙә һаҡланмаған. Иҫтә ҡалғаны ла иҫ китерлек хазина, йәнекәйе Йәннәттә булһын, ҡәҙерлемдең. Һәр әйткән һүҙе оло аҡыл булған икән. “Хәләл балаға харам килешмәй, балам”, – тиер ине гел генә, бәлки, балалыҡ менән мәғәнәһен дә аңламағанмындыр. Уның өйрәткәндәренән:

- Таш менән атҡанға, аш менән ат;

- Шеш – таш;

- Бәндә хурлағандан, бәндә хур булмай, Аллаһ хурламаһын;

- Арҡыры ятканды буйға һал, юлдан алып уңға ташлаһаң – әсәйең, һулға ташлаһаң, атайың һау булыр − сауабы ҙур;

- Кенә ҡыуып, асыу тотма кешегә, йөрәгеңә сир булыр;

- Дошманыңа ла сәләм бир, сәләмеңде алмаһа ла, һаулығың артыр;

- Аштан оло бүлма, көйәһе етер;

- Һыуҙы тәләфләмә, гонаһ булыр;

- Һауаланма, кеше алдында кешенең йөҙөн йыртма, һин яратмаған әҙәмде лә, Аллаһ яратҡан;

- Маңлайына яҙылған хаҡ яҙмышын күрмәй берәү ҙә гүргә кермәй;

- Һеперткеңде лә Бисмиллаһыҙ тотма һәм башҡалар.

Халыҡ мәҡәлдәре, төрлө хәҙистәр менән үрелеп барған аҡыллы кәңәштәр, изге теләктәр менән һуғарылған өгөт-нәсихәт... Ҡартәсәйемдән ҡалған оло мираҫ алтын бөртөгөнә тиң, бөгөн дә бәҫен юғалтмай, күңелемә уйылған.

Сафура ҡартәсәйемдең тағы ла бер һөнәрен иҫләйем. Яҙ етһә, кәзә- һарыҡ бәрәстәрен көйҙөрә, ҡолаҡтарын ҡырҡып, иң һала торғайны. “Бәрәстәр тиҙ йүнәлә, мал үрсей, ҡулы еңел бит уның”, – тиеп, күрше-тирәләр ҙә гел уны саҡыра торғайнылар. Ҡартәсәйем бәрәстәргә иң һалғас, ҡырҡылған өлөшөн ҡырмыҫҡа иләүенә алып барып, доғалар уҡып: “Ҡымырҫҡа кеүек үрсеһен, мал-тыуар ҡазаланмаһын”, – тип теләктәрен теләп, һала торғайны. Үҙе: “Сауаплы булдым!” – тип, ҡыуаныр ине.

Ҡартәсәйем Сафура Хаммат ҡыҙы Сөләймәнова үҙ ғүмерендә күпме кешене дауалаған, ҡотло йортон күпме етем төйәк иткән, күпме кеше уға рәхмәтле булған, иҫәбе-һаны юҡтыр. Сауаптары насип булһын!

Ғүмер үтә, мин үҙем дә хәҙер ҡартәсәйем йәшендәмен. Заман башҡа, заң да башҡа, донъяуи ҡиммәттәр ҙә икенсе, шулай ҙа мин ҡәҙерле кешемдең һабаҡтарын тотоп йәшәргә тырыштым. Аҡыллы кәңәштәренә, күңелемә һалған иман нурына рәхмәтле булып ғүмер иттем. Урының Ожмах түрендә булһын, ҡартәсәй.

 

Зәкиә Сөләймәнова, Баймаҡ районы

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Сит бала түгел

Ҡатыным беренсе иренән булған балаһына минән аҡса һорай. Мин бер нисә тапҡыр уға кейем алырға, мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам иттем, ләкин, шәриғәт буйынса, мин уны тулыһынса тәьмин итергә тейешменме?   Б., Стәрлетамаҡ ҡалаһы.   Дин белгесе яуабы Ҡатынығыҙҙың беренсе никахтан булған...


«Ғаиләбеҙҙә өс быуынды берләштереүсе көн ул – 9 Май!..»

Рубрикабыҙҙың бөгөнгө ҡунағы – бар ғүмерен йәш быуынды уҡытыу-тәрбиәләү эшенә бағышлаған уҡытыусы, филология фәндәре кандидаты, хаҡлы ялға сыҡҡас, Илеш районы Дөмәй ауылы мәсетендә 16 йыл дини ғилем биргән Зәмзәмиә Әхиәр ҡыҙы Ҡазыханова.   – Йылдың иң шатлыҡлы байрамдарының...


Күркәм холоҡ – ярты бәхет

Үткәндәргә һис үпкә юҡ, Үткәндәр сыныҡтырҙы. Сымырылыҡҡа өйрәтте Бер илаҡ ҡына ҡыҙҙы.   Ҡанда булмағас ҡатылыҡ, Яһиллыҡ та бер тамсы, Гел үҙемә эләгеп торҙо Арҡа һыҙырыр ҡамсы... Күркәм холоҡ – ярты бәхет, Йәшәү өндәүем – ошо. Кеше күң(е)лен ҡалдырмағас, Иңемдә –...


ҺОРАУҘАР ҺӘМ ЯУАПТАР

Мине тренажер залы тураһында ике һорау борсой: 1. Күп кенә егеттәр тренажер залына йөрөй, ә унда динебеҙ ҡушҡанса кейенеп килгәндәр һирәк, шулай уҡ шундай урындарҙа ҡыҙҙар күп. Шул залға йөрөүҙән туҡтағыҙ, тип, ата-әсәләр үҙҙәренең балаларын тыя аламы? Үҙенең иренең шундай залға йөрөп...


ДОҒАЛЫ ЙОРТ

Ғәрәфәт көнөндә әйтелә торған доға Аллаһ Илсеһенең ﷺ былай тип әйткәне риүәйәт ителә: «Доғаларҙың иң яҡшыһы – Ғәрәфәт көнөндәгеһе. Мин, йәнә минән алда үткән пәйғәмбәрҙәр әйткән һүҙҙәрҙең иң яҡшыһы: «Ләә иләәһә илләл-лааһу үәхдәһүү ләә шәриикә ләһ, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә...