Һуңлаған асыш

Һуңлаған асыш

Һуңлаған асыш

Атайым (Мөслим Әбсәләмов (1932-2009) баҡыйлыҡҡа күскән көндән бирле үлем тураһында йыш уйланам. Яҡындарымдың мәңгелек тормошона ла битараф түгелмен. Был турала күбеһе борсолалыр. Динһеҙҙәрҙең Бәрзәх донъяһында, Ҡиәмәт көнөндә бәхетһеҙ булыуҙарын белгәс, Аллаһтың Берлегенә ышанғанмы икән, тигән атайыма ҡағылышлы һорау ҙа тынғылыҡ бирмәне. Һәм бер туҡтауһыҙ хәтер йомғағын һүтеп, һорауыма яуап эҙләнем.

Аллаһ хаҡында тәү тапҡыр алты йәшемдә ҡыҙыҡһындым. «Кем ул Аллаһ, Ул ҡайҙа?» − тип атай-әсәйемдән һораштым. Бер аҙ бер-береһенә йылмайып, текләшеп торҙолар ҙа, миңә ниҙер әйттеләр. Ни икәне хәтерҙә ҡалмаған, әммә Раббының юҡлығына һылтауҙары булманы, ахырыһы, һәр хәлдә шулай иҫтә ҡалған. Һорауҙарым шул тиклем күп ине. Әммә атайым ябай ғына һөйләшеүҙе оҫта ғына итеп икенсе юҫыҡҡа бороп ебәрергә тырышты. Коммунист түгел ине. Уҡытыусы булғанға ла был теманы күпертеп тормағандыр. Бер кемгә лә сер түгел: социализм осоронда педагогтарға өйҙә лә, мәктәптә лә дин тураһында һөйләшеү генә түгел, бигерәк тә шуға ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу тыйылып килде бит.

Миңә 8 йәш ине. Беҙҙең өйгә Рыҫкилде олатай Ишкилдин килеп инде. Йәйге көнгә ҡарамаҫтан, өҫтөндә − еләнгә оҡшаш ҡара төҫтәге кәзәкей, башында бәрәс тиреһенән тегелгән бүрек ине. Унынсы тиҫтәһен ҡыуған аҡһаҡалыбыҙ һүҙгә ғәйәт маһир, мәғлүмәте иҫ китмәле ҡыҙыҡ ине. Өлкәндәр оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙы, атайым оло кешенән ырыуыбыҙ тарихы, шәжәрәбеҙ менән ҡыҙыҡһынды, һөйләгәнен дәфтәргә яҙып ҡуйырға ла йыбанманы. Мин бер туҡтауһыҙ улар янында уралдым. Күҙем ҡарттың ҡулындағы муйынсаҡҡа төштө. Һөйләшкән арала йәшел төймәләре менән уйнап алғылаған кеүек булды, һәр бер төймәһен бармаҡтары менән ҡапшап сыҡты. Рыҫкилде олатай оҙайлы йөрөтөүҙән йышылып бөткән таяғына таянып ҡайтып киткәс, түҙмәнем, атайымды һорауға күмдем: − Нимәгә һуң уға был биҙәүес, етмәһә, уның менән бер туҡтауһыҙ уйнаған була. Күрҙем, урамда ла гел шуны йөрөткән буласы!? Атайым бер ваҡытта ла мине яуапһыҙ ҡалдырманы, арҡамдан һөйөп, был юлы ла белгәнен әйтте: − Был − суфыйҙарҙың тәсбихе, ҡыҙым. Төймәләре − зекер әйтеү өсөн.

Мәҫәлән, 33 тапҡыр «Сөбхәнәллаһ», шунан 33 «Әлхәмдүлилләһ», һуңынан инде 34 мәртәбә «Аллаһу әкбәр» тип ошо, һин әйткәнсә, муйынсаҡтиҫбене тартҡандар, − тип үҙе лә, бармаҡтарын бөгә-бөгә, ошо зекерҙәрҙе әйтә башланы. Ҡыҙыҡһыныуым тағы ла артты: − Суфыйҙар? Бер заман, Бәхтийәр ҡартатайым да суфый булған, тип һөйләгәйнең бит? − Эйе, суфый, мулла ярҙамсыһы булды ул, мәсет манараһын емерергә килгән коммунистарға ҡаршылыҡ күрһәткәс, уны Өфөгә төрмәгә алып киткәндәр. Шунда ғүмере өҙөлгән инде бахырҙың, − тип яуап бирергә ашыҡты атайым. Шул мәлдә ҡартатайымды күҙ алдыма килтереп ҡараным. Ни өсөндөр уның образы гел аҡ кейемдә, аҡ сәлләлә генә килеп баҫты. Ошоноң һымаҡ ихлас һөйләшеүҙәребеҙ иҫкә төшкән һайын: «Дине өсөн үҙен аямаған руханиҙың, шулай уҡ ғүмере буйы намаҙын ташламаған әсәнең улы көфөрлөккә бер нисек тә бара алмай», − тип, мин һаман уйланып, үҙемде тынысландырырға тырыштым.

Сафура ҡартәсәйемдең бер нисә доғаһын да өйрәтте атайым, бәләкәй саҡта тиҙ генә отоп алаһың икән, шуға улар һаман да иҫтә. Ижади ҡомарлы булды атайым, башҡорт телендә проза яҙҙы. Әҫәрҙәре «Китап» нәшриәтендә баҫылып торҙо. 90-сы йылдар башында уны СССР-ҙың яҙыусылар ойошмаһына ҡабул иттеләр. Яҙыусы, ижадсы, тип әйтеүе генә анһат. Шуныһы ғәжәп: ауыл тормошоноң биниһая ығы-зығыһы, малға бесән, ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләү эштәре, уҡытыусының мәңге бөтмәҫ, ял көнөндә лә тынғы бирмәҫ хеҙмәте араһында нисек яҙышырға өлгөргәндер. Әсә телен үҙенең методикаһы буйынса ғына уҡытты. Педагогикаға мөкиббән атайымды «Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеме менән бүләкләнеләр. Бер минуты ла заяға үтмәне уның.

Мәктәп һәм өй араһын йүгереп кенә үтер ине. Ваҡыттың ҡәҙерен белгәнгә лә, уҡыусыларының күңеленә хуш килерҙәй хикәйәләре, повестары тыуып торҙо. Хаҡлы ялға сыҡҡас, хыялында йөрөткән романын башланы. Уны үлеменә ҡәҙәр ике йыл ҡалғас, 75 йәшенә сығарҙылар. Эх, «Хәлфә» романын атайымдың иҫән сағында уҡып сыҡҡан булһамсы! Юҡ шул, донъя, тынғыһыҙ эш, тип, әллә нимәгә әүрәгән булып, мөһим нәмәне йәрингә ҡалдырып килгәнмен. Китабын уҡып сыҡҡас, атайыма бирә торған һорауҙарым шул тиклем күп, яуап бирер кешеһе генә юҡ! Хәҙер миңә терһәкте тешләрҙәй булып үкенергә генә ҡала, ҡыҙғаныс! Һорауҙарым күп булһа ла, күңелемде өйкәгән төп һорауыма яуап таптым булһа кәрәк! Романда бөйөк Зәйнулла Рәсүлевта белем алып, Ғүмәр һәм Юлдыбай ауылдарының мәҙрәсәһендә уҡытҡан йыраҡ ҡына туғаныбыҙ Иҙрис хәлфәнең тормош юлы бәйән ителгән. Ғәзиз кешемдең әҫәре дингә, мәңгелеккә, тыуған яғына сикһеҙ һөйөү һәм тәрән ихтирам менән һуғарылған.

Иң ҡыҙығы − ислам менән яҡындан таныш кеше яҙған кеүек. Уҡыған һайын, бөйөк кешеләрҙе, уларға бәйле ваҡиғаларҙы яратып һүрәтләгән атайым өсөн ҡыуандым. Гүр эйәһе булған көнөнән мине борсоған һорауға яуап таптым, Әлхәмдүлилләһ! «Аллаһу Тәғәләгә илтифаты, иждиһады һәм һөйөүе булған кеше генә шулай яҙа ала», − тинем дә, ниһайәт, тынысландым. Былтыр атайымдың бер нисә ҡумтала һаҡланған әйберҙәрен ҡарап сығырға булдым. Ҡара саквояжында «Хәлфә» романының дауамы ятҡан икән. Атайым уны «Мөғәллим « тип атаған. Машинкаһында баҫылған 160 бит! Аҙағын ғына яҙып өлгөрмәгән. Шуға ҡарамаҫтан, яҡын кешемдең һиҙгер һәм мәрхәмәтле йөрәге менән ижад ителгән әҫәре киләһе йылда шул уҡ «Китап» нәшриәтендә донъя күрәсәк, Аллаһ бойорһа! Был шатлыҡлы көндө ҙур түҙемһеҙлек менән тулҡынланып көтәм мин.

СВЕТЛАНА ӘБСӘЛӘМОВА

2026-05-01 (Зөлҡағиҙә, 1447 йыл.) №5.


Үтеп барышлай ғына...

Йәш сәйәхәтсе аҡыл эйәһендә туҡталған. Ул хужаның бар мөлкәте бер бәләкәй генә бүлмә, китаптар өйөлгән өҫтәл, ятып йоҡларға һике икәнен генә белеп шаҡ ҡатҡан.   Йәш кеше: «Остазым, ә ҡайҙа һеҙҙең йорт йыһаздары?» – тип һораған аптырап. – Ә ҡайҙа һинеке? – тигән...


Дөрөҫ туҡланыуҙың әһәмиәте

Аллаһу Сөбхәнәһү үә Тәғәлә кешене ашау һәм эсеүгә мохтаж итеп яратҡан.   Көнсығыш медицинаһы, Аллаһ тарафынан яратылғандарҙан − кеше булһынмы, хайуанмы, үҫемлекме – һәммәһенең тәбиғи торошон, сифатын һыуыҡ, йылы, ҡоро, еүеш кеүек дүрт элемент билдәләй, тип раҫлай. Дөрөҫ туҡланмау сәбәпле, ошо...


Күркәм холоҡ – ярты бәхет

Үткәндәргә һис үпкә юҡ, Үткәндәр сыныҡтырҙы. Сымырылыҡҡа өйрәтте Бер илаҡ ҡына ҡыҙҙы.   Ҡанда булмағас ҡатылыҡ, Яһиллыҡ та бер тамсы, Гел үҙемә эләгеп торҙо Арҡа һыҙырыр ҡамсы... Күркәм холоҡ – ярты бәхет, Йәшәү өндәүем – ошо. Кеше күң(е)лен ҡалдырмағас, Иңемдә –...


Өләсәйем нәсихәттәре

Ғаиләлә татыулыҡ, именлек булһын өсөн Улың (ҡыҙың) менән килен (кейәү) араһына ата-әсә ҡыҫылмаһын. Кеше алдында иреңдең бәҫен төшөрмә, бигерәк тә балалар алдында уны кәмһетеп, мыҫҡыл итмә. Һин яманларһың да оноторһоң, ә башҡалар онотмай һәм, ирең алдында үҙеңдең дә абруйың төшәсәк. «Иптәшем...


Хиджама – онотолоп барған сөннәт

«Хиджама» һүҙе ғәрәп телендәге «әл-хаджм» тамырынан килеп сыҡҡан, ул «һеңдереү», «һурып алыу» кеүек мәғәнәгә эйә. «Әл-хиджама» иһә “ҡан сығарыу”ҙы аңлатҡан төшөнсә. Халыҡ медицинаһындағы был ысул элек-электән бик күп...