Яҡты йондоҙ булып балҡыны ла...

Яҡты йондоҙ булып балҡыны ла...

«Райондашым, ауылдашым Балаҡатай егете Фәнил Байышевҡа 15 ғинуарҙа 70 йәш тулған булыр ине. Шул тиклем яҡшы кеше, зур өмөттәр бағлаған йәш ғалимдың ғүмере ҡыҫҡа булды, ижадының башында тиерлек өҙөлдө. Әммә ул, күптәр үҙ ғүмерендә тиҫтә йылдар буйы атҡарған эште бер нисә йылда эшләп, үҙенең исемен халҡыбыҙ хәтерендә ҡалырлыҡ ҙур эш атҡарҙы – Ҡөрьәнде башҡорт теленә тәржемә итте», – тип иҫкә алды коллегам, философия фәндәре докторы Вәҡифә Ғилман ҡыҙы Хәйруллина. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, студент йылдарынан күңелгә ныҡ яҡын булған Изге Китап Ҡөрьән-Кәримдең башҡортсаға тәржемәсеһен бөтөнләй белмәй инем. Ошо һөйләшеү тел белгесе, шәрҡиәтсе Фәнил Нафиҡ улы Байышевтың шәхесенә ҡыҙыҡһыныуымды арттырҙы.

 

Ислам дине тәүге аятынан башлап кешеләрҙе ғилем алырға өндәй. Бәхеткә ҡаршы, дин ғилеме бөтөнләй тиерлек өҙөлөп юҡҡа сығып барған мәлдә, етмеш йылдан ашыу динһеҙлек идеологияһы хөкөм һөргәндән һуң, 90-сы йылдарҙың башында дин нигеҙҙәрен өйрәнеүгә иғтибар бермә-бер артты. Һыуға зарыҡҡан, кибеп ярылған ерҙәй, күңелдәребеҙ дин ғилеменә, изге Ҡөрьән-Кәримдең мәғәнәһен аңлап уҡыуға һыуһаған ине. 1993 йылда, яңы ғына емерелгән Советтар Союзында тыуып үҫеп, атеистик белем алған кешеләр өсөн бер «мөғжизә» булып тыуған телебеҙҙә Изге Ҡөрьән-Кәримдең өп-өр яңы тәржемәһе менән транскрипцияһы баҫылып сыға. Әлбиттә, махсус ғилемле, тырыш, татыу ғалимдар командаһы булмай тороп, 23 йыл дауамында һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм аша индерелгән Изге Ҡөрьәндең мәғәнәһен аңлатып яҙыу эшен атҡарып сығыу мөмкин булмаҫ ине.

 

 

 

Башҡорт теленә тәржемә ителгән беренсе Ҡөрьән

 

 

 

 

Изге Китапты, һүҙмә-һүҙ тәржемәләү генә түгел, ә унын эске мәғәнәһен кеше аңына, йөрәгенә барып етерлек итеп тәржемә итеү өсөн, ғәрәп теленең дә, башҡорт теленең дә нескәлектәрен яҡшы белгән, динде тотҡан кешеләр мөхитендә йәшәгән фән эшмәкәре кәрәк. Тап бына шундай фән эшмәкәре була ла инде Фәнил Байышев.

Фәнил Нафиҡ улы Байышев Балаҡатай районының бәләкәй генә Монас ауылында тыуып үҫә. Өфөләге 1-се һанлы интернат-мәктәпте тамамлағандан һуң, Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайта. Шунан Ленинград дәүләт университетының Шәреҡ телдәре факультетына уҡырға инә, юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң, 1983 – 1987 йылдарҙа Йәмән Республикаһында премьер-министрҙың һәм планлаштырыу буйынса кәңәшселәрҙең консультанттар төркөмөндә тәржемәсе булып эшләй. Тик 1987 йылда Йәмәндә граждандар һуғышы башланыу сәбәпле, Байышев ғаиләһе менән тыуған иленә, тыуған республикаһына әйләнеп ҡайта. Ул БАССР Фәндәр Академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт ғилми тикшеренеү институтында ең һыҙғанып эш башлай. Ризаитдин Фәхретдинов ижады буйынса тарих фәненән кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Ошо мәлдә уға бик яуаплы эш – Дан Кинельский тәржемә иткән, әммә ғәрәп телен камил белмәгәнлектән, еренә еткерелмәгән Изге Китаптың мәғәнәүи тәржемәһе өҫтөндә эшләү һәм башҡорт теленә тап килерлек итеп транскрипциялау эшен йөкмәтәләр. Замандаштары хәтерләүенсә, Фәнил Нафиҡ улы был изге бурысты бар күңелен биреп атҡара. Күп урындары яңынан тәржемә ителеп, тулыһынса эшкәртелеп Ҡөрьән-Кәрим башҡорт телендә баҫмаға әҙерләнә.

Тик кеше яҙмышы, тәҡдире бер Аллаһ ҡулында. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә күккә атылып, яҡты эҙ ҡалдырған сағыу йондоҙ кеүек Фәнил Нафиҡ улының тормош юлы. 36 ғына йәшендә баҡыйлыҡҡа күсһә лә, тыуған халҡы өсөн бик ҙур, сауаплы эш атҡарып өлгөргән шәхестең рухы шат, йәне Йәннәттә булһын!

Үрҙә әйткәнемсә, быйыл Фәнил Нафиҡ улы Байышевҡа 70 йәш тулған булыр ине. Ошо айҡанлы Республика Фәндәр Академияһында ла, ғалимдың тыуған яҡтарында ла юбилей саралары үтер, халыҡ хәтерендә Фәнил Байышевтың яҡты иҫтәлеге тергеҙелер, тип ышанабыҙ.

 

Гүзәл Вилданова,

философия фәндәре докторы

2026-07-01 (Мөхәррәм, 1448 йыл) №7.


Пәйғәмбәрҙең ﷺ күккә ашыуы

Пәйғәмбәрлектең ун икенсе йылы. Рәжәб айының 22-се төнөндә Ябраил фәрештә, Бураҡ тигән Ожмах атын алып, Пәйғәмбәр ﷺ артынан килә. Мөхәммәд ﷺ, Бураҡҡа атланып, Ябраил оҙатыуында, күҙ асып йомғансы Иерусалимда була. Улар, Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ﷺ тиклем үк табыныу урыны булған Әл-Аҡса мәсете янына...


«Заһиҙиә» мәҙрәсәһе

Ата-бабаларыбыҙ белем алған урындағы мәҙрәсәләр тарихын яҡтыртыу теләге менән «Әс-Сәләм» гәзите биттәрендә ошо рубриканы асҡайныҡ.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юҫыҡта әүҙемлек күҙәтелмәй. Киң билдәле «Рәсүлиә», «Ғәлиә», «Ғосмания» кеүек мәҙрәсәләр...


Һаҡланыу доғаһы

«Аллааһүммә әнтә Раббии ләә иләәһә иләә әнт. Ғәләйкә тәүәккәлтү үә әнтә Раббүл-ғәршил-ғәҙыым. Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә илләә билләәһил-ғәлиййил-ғәҙыым. Мәә шәә` Аллааһү кәәнә үә мәә ләм йәшә`ләм йәкүн. Әғләмү әннәллааһә ғәләә күлли шәй`ин ҡадиир. Үә әннәллааһә ҡад әхәәта бикүлли шәй`ин ғилмән...


Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн: 1 стакан һөт 2 аш ҡалағы шәкәр 2 аш ҡалағы эретелгән май йәки ҡаймаҡ 0,5 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ сода (йәки 1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс) 2 стакан он   *1 стакан - 200 мл   Эслеге өсөн: 300 г ҡуҙғалаҡ сама менән шәкәр (150-200 г) май   Әҙерләү: Ҡамыр өсөн...


Бәйт әл-Мөҡәддәстең яҙмышы

Бәйт әл-Мөҡәддәсте төҙөп бөткәс, донъяла тиңе булмаған байрам ойошторола. Бик күп ҡорбан салына. Сөләймән, Аллаһу Тәғәләнән бөтә кешеләр өсөн бәрәкәт һорай: «Кем, ошо мәсеткә инеп, Һинең ризалығың өсөн ике рәҡәғәт намаҙ уҡый, ул, яңы тыуған сабыйҙай, гонаһтарҙан пак булып ҡалһын». Ул...